Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Февраль 2012, 21:08

Мәңге иҫтә

23 февралдә, йола буйынса, Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлдәренә, Муса Гәрәев ҡәберенә, Таһир Күсимов менән Миңлеғәле Шайморатовтың бюстарына сәскәләр һалынды.Тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премь­ер-министры Азамат Илембәтов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, хәрбиҙәр, йәштәр ҡатнашты.

Мәңге иҫтә
Мәңге иҫтә

23 февралдә, йола буйынса, Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлдәренә, Муса Гәрәев ҡәберенә, Таһир Күсимов менән Миңлеғәле Шайморатовтың бюстарына сәскәләр һалынды.
Тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премь­ер-министры Азамат Илембәтов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, хәрбиҙәр, йәштәр ҡатнашты.
Башҡортостан немец фашис­тары менән һуғышҡа 700 меңдән ашыу һалдат ебәргән, уларҙың яртыһы тиерлек тыуған яғына кире әйләнеп ҡайта алмаған. Әммә уларҙың береһе лә бер ҡасан да онотолмай.
Читайте нас: