Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Февраль 2012, 17:16

Күрәһең, тегендә ул кәрәгерәк булғандыр

Ғилман дуҫтың шиғырҙары, “башҡорт әҙәбиәтендә ғилманизм күренеше” тигән исем менән берҙән-бер тәжрибә өлгөләре булып ҡалыр һымаҡУның менән ҡасан, нисек таныш­ҡанды хәтерләмәйем. Моғайын, беҙ бер-беребеҙҙе бик күптән, иҫ белгән саҡтан белгән булғанбыҙҙыр, һәр хәлдә, шулай тойолор ине. Тәүге тапҡыр күрешкәнде иҫләйем: ҡаҫмарт йылғаһы буйында уның – ул саҡта фермер Ғилман Ишкининдың яландан әйләнеп ҡайтҡанын көтөп ултырабыҙ. ҡуш ҡолас иңләмәҫлек тирәктәр күләгәһендә тыныс ҡына аҡҡан йылғала һыу инеп сыҡтыҡ, көн кискә ауышты, ә ул юҡ та юҡ. Трактор тырылдағаны ишетелде, ниһайәт, әһә, ҡайттылар!

Күрәһең, тегендә ул кәрәгерәк булғандыр
Күрәһең, тегендә ул кәрәгерәк булғандыр
Ғилман дуҫтың шиғырҙары, “башҡорт әҙәбиәтендә ғилманизм күренеше” тигән исем менән берҙән-бер тәжрибә өлгөләре булып ҡалыр һымаҡ

Уның менән ҡасан, нисек таныш­ҡанды хәтерләмәйем. Моғайын, беҙ бер-беребеҙҙе бик күптән, иҫ белгән саҡтан белгән булғанбыҙҙыр, һәр хәлдә, шулай тойолор ине. Тәүге тапҡыр күрешкәнде иҫләйем: ҡаҫмарт йылғаһы буйында уның – ул саҡта фермер Ғилман Ишкининдың яландан әйләнеп ҡайтҡанын көтөп ултырабыҙ. ҡуш ҡолас иңләмәҫлек тирәктәр күләгәһендә тыныс ҡына аҡҡан йылғала һыу инеп сыҡтыҡ, көн кискә ауышты, ә ул юҡ та юҡ. Трактор тырылдағаны ишетелде, ниһайәт, әһә, ҡайттылар!
Ғәжәп, беҙҙе таныштырырға ла кәрәкмәне, әйтерһең дә, иртәнсәк кенә айырылышҡанбыҙ ҙа, кис осрашып, кемдең ҡайҙа көн үткәргәнен барларға йыйынабыҙ. ҡыҙыу бесән осоронда ауыл ирҙәре шулай, һуң кистә өй алдындағы эскәмйәлә йыйылышып, донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп алыусан. Ғилман үҙенең фермерлыҡ эше тураһында әллә ни сиселеп китмәне, күберәк әңгәмәне әҙәбиәт яғына ҡайырҙы. Был өлкәлә мин – уны, ә ул мине күптән беләбеҙ булып сыҡты. Беләбеҙ генә түгел, ә ул тормошта шаҡтай уҡ тәрәндә йөҙәбеҙ ҙә икән.
Аҙаҡтан ул Өфөгә килде. Беҙҙең осрашыуҙар ҙа, шул уҡ темаға оҙайлы әңгәмәләр ҙә йышайҙы. Ғәжәп кеше ине ул Ғилман – уның һәр ваҡыт яурыны аша аҫылған сумкаһында гелән ниндәйҙер ҡыҙыҡлы, һирәк осрай торған китап була. Төрлө сифаттарын барлап бөтәһе лә түгел: моңло итеп башҡорт халыҡ йырын йырлап ебәрһенме, тос ҡына көләмәс һөйләп ташлаһынмы, сәйәси йә әхлаҡи темаға етди әңгәмә ҡороп ебәрһенме, дуҫтары хаҡына иҫ китерлек берәй эш эшләһенме... Йөҙөнән, һәр ым-ишараһынан үҙ-үҙенә ышаныс, ниндәйҙер ҡөҙрәт аңҡып торғанғалырмы, кешеләр уға ылығып бара, күңелен асырға ашыға. Әңгәмә барышында ҡалын тауышы менән “һы-һы-һы” тип көлөп ҡуйыуы ғына ла бик күпте аңлатыр. Сөнки Ғилман бер ҡасан да күп һөйләргә яратманы, ул күберәк тыңлаусы ине. Уныһы ла тартыу көсө булғандыр, ҡалайтаһың, беҙҙең халыҡ күберәк үҙе һөйләргә ярата шул, тыңлай белеүселәр һирәк.
Шиғриәттә ул талапсан һәм эҙәрмән булды. ҡыҫҡа, тос аҡ шиғырҙарын күптәр ҡабул итә алманы ла шикелле. Бәләкәйҙән “шиғыр бына ошолай була” тип тәрбиәләнгән әллә нисә быуын, бигерәк тә шундай шиғырҙар менән үҙенә исем яулап өлгөргән кешегә һин:” Ағай, бына был да – шиғыр!” – тип әйтеп ҡара. Уны туранан-тура аңралыҡта, “һыйырға эйәр һалырға маташыу”ҙа ғәйепләүселәрҙе лә күргәнем булды. Йәнәһе, Ғилман оригиналлеккә ынтыла, йо­морт­ҡанан йөй эҙләй, башҡаса ҡулынан килмәгәс, шул юл менән булһа ла күренеп ҡалмаҡсы. Ләкин уның шиғырҙарын уҡып ҡара­ған һәр кем дә уларҙың шәплеген таный, об­раздарының көслөлөгөнә, юлдарының ҡыҫҡалығына, фекеренең тослоғона хайран ҡала.
Әммә Ғилмандың үҙенең ҡарашы “эт өрөр, бүре йөрөр” һымағыраҡ булды шикелле. Хәйер, уның был әҫәрҙәре “башҡорт әҙәбиәтендә ғилманизм күренеше” тигән исем менән берҙән-бер тәжрибә өлгөләре булып ҡалыр һымаҡ. Һәр хәлдә, минең әлегәсә аҡ шиғыр, верлибр алымдары менән кемдеңдер ниҙер яҙып ҡарағанын күргәнем юҡ. Бураҙнанан сығыу еңел түгел шул, уны башҡалар ҙа, яңы юл ярыу тип түгел, ә дөйөм хәрәкәттә ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тип ҡабул итеүе лә ихтимал. Ә бының өсөн иһә ҡаты язалар көтә.
Яҙмыш ҡушыуы булдымы, Ғилман менән минең баҡсалар ҙа йәнәш тура килде. Йәйге ялда форсат табып унда барғанда, осрашмайынса ҡалмай инек. Йә ул килеп сыға, йә мин уны эҙләп барам. Ҙурҙан ҡубып әллә ниндәй оло хәбәрҙәргә төшөп китмәйбеҙ, барыһы ла күптән һөйләнеп бөтөлгән һымаҡ, тыныс ҡына юҡ-бар хаҡында һүҙ ысҡындырғылап ултыр­ған булабыҙ шунда. Ул ситтән шулай күренәлер. Ә беҙ иһә бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән дә аңларға өйрәнеп алғайныҡ, буғай. “Теге мәҡәләңде күрҙем”, – тип әйтеүендәге тон ғына ла уның шул мәҡәләгә (һәм мәсьәләгә лә) ҡарашы, үҙенең был хаҡта ни уйлауы хаҡында күберәк әйтә, иң арҙаҡлы тәнҡитселәрең ары торһон. Баҡса эштәре уны ла, мине лә әллә ни ҡыҙыҡтырманы, һәр хәлдә, беҙ ялдарҙы иртәнән-кискә тиклем алһыҙ-ялһыҙ ер ҡаҙып үткәрмәнек. Боронғо башҡорттар һымаҡ, тәбиғәт биргән муллыҡ та еткән, тигән фекерҙә инек. Ауылда уҡ ул орлоҡтан алма үҫтереү һәм уны ялғау технологияһын үҙләштергәйне, мине лә шуға өйрәтте. Тыуған ауылы Үтәғолда ла уның күптән өлгөрөп еткән, йыл да күкрәп сәскә атып ултырған алма баҡсаһы ҡалды. Хәтеремдә, тап уның ошо тәжрибәһе мине беҙҙең ауыл-ҡалалар урамдарын тултырған тирәк, Америка сағандары кеүек ағас-ҡыуаҡтарҙы файҙалы үҫемлектәр менән алмаштырыу акцияһы башларға тигән тәҡдим менән сығырға этәргәйне.
Һуңғы тапҡыр ул миңә Белорет районынан шылтыратты. “Асы ауылында мәсет һалып ятабыҙ, тыуған яғыңа юл төшһә, килеп сыҡ”, – тигәйне. Ғилмандың йәшәү рәүешен ҡырҡа үҙгәртеп, милли хәрәкәткә ҡушылып китеүе, дингә ылығыуы, үҙе төҙөп алған бригада менән мәсеттәр һалырға тотоноуы хаҡында белә инем. Уға тиклем ул, театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһынып китеп, ситтән тороп Өфө сәнғәт академияһын тамамлап, театр белгесе дипломы ла алып өлгөргәйне. Шуға ла беҙ уны үҙ-ара “академик” тип йөрөттөк, сөнки беҙҙең арала ул академия тамамлаған берҙән-бер кеше булды. Артабанғы юлын да шул театр сәнғәте менән бәйләр, тигән ышаныс бар ине һымаҡ. Ана бит, үҙ юлын үҙе һалмаһа, Ғилман буламы ни ул?
Урыҫ политологы Сергей ҡара Мырҙаның “аҡыллы кешеләр ҙә иҫәр үлем менән үлә ала” тигән һүҙҙәре бар. Ғилман дуҫымдың үлеме лә ана шундай, алйоттарса булды. Кемдер юл ситендә ҡалдырып киткән емерек трактор арбаһына барып бәрелгән микроавтобуста иҫән ҡалған кешеләр ҙә булған бит, нишләп Ғилман түгел? Тик кеше, тыуымын үҙе һайламаған кеүек, үлемен дә үҙе билдәләй алмай. Әммә башҡарылмаған эштәр, тормошҡа ашмай ҡалған хыял-ниәттәр кеүек үтә лә ҙур үкенестәр ҡалмаһын ине ул! Бигерәк тә – тереләрҙең күңелендә. Әлбиттә, үҙеңде “балалары, китаптары ҡалды, баҡсалары гөрләп сәскә ата әле” тигән йыуаныуҙар менән тынысландырырға ла мөмкиндер. Ләкин унан да ҙурыраҡ бушлыҡ, әйләнә лә баҫа торған һағыш та бар бит әле.
Ундай осраҡтарҙа: “Күрәһең, тегендә ул кәрәгерәк булып сыҡҡан”, – тигән аҡланыу һымаҡ нәмә килеп сығыусан. Был ерҙә сағыу эҙе ҡалған икән, тимәк, үҙ асылына тоғро ҡалып, Ғилман дуҫым башҡа тарафтарҙа ла һынатмаҫ. Шулай тип ышанайыҡ.
Тағы ни ҡала беҙгә?

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Читайте нас: