Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Ғинуар 2012, 14:47

Яҡташтары уны онотмай

18 ғинуарҙа “Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары бу­йынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡор­тостан Республи­каһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналис­тар союз­дары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовҡа 50 йәш тулған булыр ине... Уның исемен мәңгеләштереп, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан йәш журналистар араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия булдырылды. Уның тәүге лауреаттары Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина булды. Тиҙҙән яңы лауреаттың исеме билдәле буласаҡ. Юбилейы уңайынан район типографияһында Юлай Мәҡ­сүтовтың ғүмеренең һуңғы йылдарында Баймаҡ районы буйынса яҙылған юлъяҙмалары, фотоһүрәттәре, уның хаҡында иҫтәлектәр тупланған “Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!” тип аталған йыйынтыҡ бына-бына донъя күрергә тора.

Яҡташтары уны онотмай
Яҡташтары уны онотмай

18 ғинуарҙа “Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары бу­йынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡор­тостан Республи­каһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналис­тар союз­дары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовҡа 50 йәш тулған булыр ине... Уның исемен мәңгеләштереп, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан йәш журналистар араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия булдырылды. Уның тәүге лауреаттары Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина булды. Тиҙҙән яңы лауреаттың исеме билдәле буласаҡ.
Юбилейы уңайынан район типографияһында Юлай Мәҡ­сүтовтың ғүмеренең һуңғы йылдарында Баймаҡ районы буйынса яҙылған юлъяҙмалары, фотоһүрәттәре, уның хаҡында иҫтәлектәр тупланған “Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!” тип аталған йыйынтыҡ бына-бына донъя күрергә тора.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

Башҡалар өсөн яна ла, ҡыуана ла белде
БДУ-ның филология факультетында егеттәр һанаулы ғына, уларҙың һәр кеме күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек күрмәлекле була торғайны. Шулар араһында Юлай Мәҡсүтов үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе, аныҡ маҡсатлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Бәлки, яҡташ, бәлки, йәштәш булыуыбыҙ ҙа йыш күрешеп, һөйләшеп йөрөүгә сәбәп булғандыр.
Шулай ҙа Юлай менән ысын дуҫтарса аралашыу 1995 йылда Сибайҙа башланды. Тап ошо мәлдә беҙҙе, төрлө яҡтарҙа йөрөгән таныш яҡташтарҙы, ҡала үҙенә йыйғайны. Нәфисә менән Марат Тулыбаевтар – телевидениела Гөлназ Аҡназа­рова – филармонияла, мин – радиола, Юлай – «Йәшлек»тең төбәк хәбәрсеһе. Шул тиклем сағыу ваҡиғаларға бай, йөҙөп йөрөп дәртле эшләр осор булды. Юлай юлдан ҡайтышмаҫ ине: әле бер, әле икенсе районға сығып китә. «Шәп мәҡәлә буласаҡ, уҡырһың», – тип алдан уҡ йәүкәләп ҡуя. Ысынлап та, яҙғандарын йырлы әҫәр кеүек уҡый инек. Уларҙа һүҙ байлығы, тәрән фекерләүе ярылып ята.
Йыш ҡына Юлай Мәҡсүтовтың мәҡәләләре менән танышҡан йәш хәбәрселәр минән, ул нисек ҡыҙыҡлы темаларҙы, геройҙарҙы таба ине, тип һорап ҡуя. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Юлай-Юламан менән төбәгебеҙҙең юлдарын бергәләп тапаған юлдаштары – беҙ ҙә белмәнек. «Атайсал» гәзите хәбәрселәре лә, мин дә күрмәгән мәғлүмәттәрҙе үҙенсә эләктереп ала. Коман­дировканан һуң донъя күргән материалдарҙы аҙаҡ сағыштырыуы үҙе бер мәрәкә лә, үҙенсәлекле һабаҡ та була торғайны.
Кәңәш биреүгә ихлас ине Юлай. Юлында осраған һәр танышын сәләмләп, хәлен һорашып, дәртләндереп үтеүе уның ғәҙәтендә булды.
Башҡалар өсөн көйөп яна ла, ҡыуана ла белде ул. «Башҡорттоң ҡыҙҙарын, ҡымыҙын, ҡурайын, ҡаймағын, ҡатығын, ҡоротон, ҡотон яратам», − тиеүе Юлай дуҫыбыҙҙың бар асылында сағылды.
Юлда һынатмаҫ ышаныслы юлдаш була белде дуҫыбыҙ Юлай-Юламан.

Гөлсәриә ӘБИЛЕВА.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас в