Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Ғинуар 2012, 14:53

«ҠОТ ОСҠОС КЕШЕ!»

− Кем ул Буранбай Исҡужин? − тип һораным Баймаҡ район гәзите янындағы әҙәби түңәрәк етәксеһе Гөллирә Исхаҡованан. Беҙ ошо төбәк ижадсыларының әҙәби яҙмаларынан торған сығарылышты әҙерләгәндә, ошо исем аҫтындағы бик шәп шиғырға юлыҡҡайным.− ҡот осҡос кеше! − булды яуап.

«ҠОТ ОСҠОС КЕШЕ!»
«ҠОТ ОСҠОС КЕШЕ!»

− Кем ул Буранбай Исҡужин? − тип һораным Баймаҡ район гәзите янындағы әҙәби түңәрәк етәксеһе Гөллирә Исхаҡованан. Беҙ ошо төбәк ижадсыларының әҙәби яҙмаларынан торған сығарылышты әҙерләгәндә, ошо исем аҫтындағы бик шәп шиғырға юлыҡҡайным.
− ҡот осҡос кеше! − булды яуап.
Ныҡ ғәжәпләнгәнемде күреп, Гөллирә апай төшөндөрөп бирҙе: «Беҙ «ҡот осҡос» тип бик шәп төшөнсәне белдерәбеҙ. Рәми Ғарипов шулай тип әйтә торған булған…»
Ысынлап та, бик үҙенсәлекле шәхес булып сыҡты Буранбай Исҡужин. Һәр ижадсы дөйөм массанан нимәһе менәндер айырылып тора, әлбиттә. Ләкин Буранбай, ана шул үҙенсәлекле шәхестәр араһында ла ныҡ айырылып торған бер күренеш ине. Күпселек кешелек үҙ иткән йәшәйеш ҡанундарын, донъя мәшәҡәттәрен үҙ итмәгән ғәжәйеп шәхес нимәһе менән айырылып тора ине һуң?
Беренсенән, ниндәйҙер ҡеүәтле эске көс һәм азатлыҡ һөйөүсе күңеле менән. Нигилист инде, бер уйлаһаң…
Яҙғандары − ҡыҫҡа, һәр һүҙе сыбыртҡы ҡайыҙлауы кеүек әсе юмористик һәм сатирик хикәйәләре «тик Буранбайҙыҡы!» тип ҡысҡырып тора. Уларҙан эс ҡатҡансы көләһең, йәки яҙмаларҙа һәр кешегә хас һыҙаттарҙы үҙеңдә лә табып, уйға ҡалаһың…
Тормошта ҡатмарлы осор кисергән саҡта осраштыҡ беҙ уның менән. Фажиғәгә юлығып, әле генә һулаҡайы менән яҙырға өйрәнгән сағы. Эшһеҙ ҡалған. Ғаиләһе менән дә айырылышҡан мәле ине, буғай. Шул осор баяғы «Октябрь байрағы» гәзите эргәһендәге «ҡыңғырауҙар» әҙәби түңәрәгенең гөрләп торған сағы. Етмәһә, Наил Ғәйетбай тотош Урал аръяғы райондарының әҙәби көстәрен туплаған «Ирәндек» берекмәһен эшләтеп ебәргән ваҡыттар. Билдәлелек заманы. Район буйлап сығып китәбеҙ әҙәби осрашыуҙарға, ауылдар буйлап йөрөр өсөн автобус биреп ҡуялар. Күрше Әбйәлил районына ла барып сығабыҙ…
Осрашыуҙа һәр сығыш яһаусыны таныштырып, Буранбай алдан әҙерләгән эпиграммалар уҡып барыла. Урман хужалығы инспекторы, шағир-йырсы һәм композитор Фәнил Әбделмәнов баянында уйнап, үҙе яҙған йырҙарын башҡара. Берәм-берәм шиғыр уҡығандан һуң сәхнәгә Буранбай сыға.
ҡыҫҡа хикәйәләрен уҡый башлай. Зал гөр килеп көлә. ҡат-ҡат һорап яңынан саҡыра, ҡул сабып, талап итә. Геройҙары нәҡ беҙ әле сығыш яһаған ауылдан, тиерһең… Көлкө хәлгә юлығып, ҡарт-ҡороно хәйләләп, «ярҙамлашам» тигән сәбәп менән үҙ тамағын «сылатыу»ҙы хәстәрләгән буйҙаҡ егеттәр мажараһы, туй үткәргәндә, табын ҡорғанда килеп тыуған мәҙәк картиналар − барыһы ла нәҡ тормошта булған кеүек. Йәки, киреһенсә, хәйлә лә ҡора белмәйенсә ниндәйҙер шикле пландарын тормошҡа ашырып йөрөгән мут егеттәр «тып» итеп Буранбай яҙмаларынан килеп төшкән дә, ана, йөрөп ята. Залда шау-гөр килеп ауыҙ йырып ултыра… Хәйер, ул әҫәрҙәренең байтағы «Аҡ һәм ҡара» тигән китабында, «Һәнәк» журналында донъя күрҙе. Данлыҡлы һүҙ оҫтаһы Фәрит Шәйхетдиновтың («Бағанай) шул китапты минән һорағаны ла иҫемдә.
Һүҙгә һаран Буранбай тормошта кәрәк саҡта тапҡыр һәм әсе итеп яуап та бирә ала ине.
… Бер мәл, 80-се йылдарҙа, район башлығы Буранбай йәшәгән ауылдың уртаһына килеп туҡтай. Кәнсә алдында гәп һатҡан ир-ат менән үтә демократик рәүештә, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, һаулыҡ һораша. Сират Буранбайға етә. Ул һул ҡулын һуҙа. Хужа шундуҡ ризаһыҙлыҡ белдерә:
− Ниңә һулыңды бирәһең?!
− Ағай, минең уң ҡулым саҡ ҡына юҡ, − була яуап. Шундағы халыҡтың һәм хужаның реакцияһын күҙ алдына килтерегеҙ инде хәҙер…
Миңә ҡалһа, Буранбай Исҡужин тураһында айырым иҫтәлектәр китабын сығарырға ла була. Тормоштағы уның менән булған хәлдәр иһә күҙ алдынан кино кадрҙары кеүек үтә.
… Рәйес Түләков менән уның тыуған ауылы ихатаһына инәбеҙ. Буранбай, бер ярҙамсыһыҙ, тәҙрә кәсәге ултыртып йөрөй. Уң яурыны менән йышылған һары кәсәкте ҡыҫҡан, һул ҡулында − балта… Ата нигеҙендә был кескәй өйҙө ул үҙе һалды. Һыңар ҡулы менән…
Фәнил Әбделмәновтың ауылы Әбештәге хәлдәр… Бесәнлектә, күбә тарттырып йөрөгәндә аттың, үлән араһында хозурланып ятҡан Буранбайҙы ҡапыл күреп, өркөп ҡасыуы…
Минең туйҙа, «Өфө» кафеһында бер ҡыҙыҡай өсөн йәш шағир менән сәкәләшеп: «Әйҙә тышҡа сыҡтыҡ әле?» − тип даулашыуы…
Талҡаҫ күле янындағы йәш драматургтар семинарында шөғөлләнеү осоро. Уның етәксеһе Наил Ғәйетбай, Буранбай килмәһә, Мәскәүҙән килгән кураторҙар: «А где наш талисман − Буранбай?» − тип һорашалар, тигәйне…
Иң үкенеслеһе, тормош ҡанундарына һыймаған Буранбай үҙ талантын тулыһынса файҙаланмай китте.
«Мин был тиклем дә талантлы һәм был тиклем дә талантын яндырған кешене күрмәнем», − тип яҙғанмын Баймаҡ район башҡарма комитетында архитектор булып эшләгән сағымда алып барған көндәлектәремдә.
Тағы ла бер үкенес бар. «Ирәндек» әҙәби берекмәһе егеттәре бер ҡор булып Буранбайҙың ауылына йәнә бер барғанда, шағир ниҙер эҙләп, өйөндәге ағас һандыҡты асҡайны. Шундағы машинкала баҫылған, ҡулдан яҙылған яҙмаларҙы күреп, бик ҡыҙыҡһынғайным. «Һуңынан!» − тип ҡул һелтәне Буранбай. Ташҡа баҫылған ниндәйҙер пьесаны («Һуңғы аҡсарлаҡ» түгел ине!) ҡулымдан кире алып, яҙмалар менән тулы һандыҡҡа һалды. Һуңғараҡ ишетеүемсә, ул тыуған яҡ тарихын шундағы ололар ауыҙынан йыйып барған, имеш. Билдәле шәхес Унасов тураһында ла мәғлүмәттәр туплаған шикелле, тинеләр. ҡайҙа икән ул әҙәби мираҫ әлеге көндә? ҡайҙарҙа һинең йәнең, ҡот осҡос шәп һәм ҡабатланмаҫ Буранбай?
Нияз МӘҺӘҘИЕВ.
Читайте нас: