«Әгәр минән, кем ул Мифтахетдин Аҡмулла − шағирмы, сәсәнме, уҡытыусымы, тип һораһалар, мин уларға гел, Аҡмулла − аҡыл эйәһе, тип яуап бирәм. Ул төрки халыҡтарҙы берләштерә алған ҙур аҡыл эйәһе, киң ҡарашлы аҡһаҡал», − ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтүбә ҡалаһынан килеүсе профессор Ахан Бекежан Өфө ҡалаһында М. Аҡмулланың 180 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла бөйөк мәғрифәтсе тураһында шундай фекерен еткерҙе.
Бөтә төрки халыҡтарҙа ла ҙур ихтирам ҡаҙанған, кешеләрҙе аң-белемгә әйҙәп, арбаһына китаптар тейәп, балалар уҡытып йөрөүсе Аҡмулланың исеме бөгөн бөтә донъяға билдәле тиһәм дә, хата булмаҫтыр. Башҡорт халҡының данлыҡлы шәхесенә 180 йыл тулыу айҡанлы республикала уҙғарылған ҙур сараларҙың береһенә ҡунаҡтарҙың Бөйөк Британиянан, Болгариянан, ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Төркиәнән, ҡырғыҙстандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай бинаһында үткән был сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Президентының ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Конференцияла Мифтахетдин Аҡмулланың ижады һәм уның бүтән өлкәләр менән бәйләнеше төрлө яҡлап тикшерелде. Аҡмулла исемен башҡорт халҡына ҡайтарыусы Рәшит Шәкүр тыңлаусыларға башҡорт мәғрифәтсеһе тураһында иң тулы мәғлүмәтте еткерҙе: «Аҡмулла өс телдә яҙған тигән фекер − хаталы. Сөнки ул шиғырҙарын бөтә төрки телдәр өсөн дә уртаҡ булған телдә яҙған. Уның башҡарылышы ғына төрлө булған. Ғөмүмән, шағирҙы ниндәйҙер бер милләттеке генә тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгелдер, сөнки уның ижады бөтә халыҡтыҡы, ул төрки милләттәр өсөн, хатта бөтә донъя әҙәбиәте өсөн уртаҡ».
Иртә менән башланған конференция кисен М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡортостан − дуҫлыҡ бишеге» тип аталған фольклор байрамы менән тамамланды.
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн дә конкурс ойошторолдо. Ул ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә 5 – 8-се синыфтар ижади эш эшләргә, ә 9 – 11-се синыфтар Аҡмулла ижады буйынса тезистар һәм презентациялар тәҡдим итергә тейеш ине. Икенсе этапта уҡыусылар интернет-олимпиадала көсөн һынаны. Дөйөм һөҙөмтә буйынса 5 − 8-се синыфтар араһында беренсе урын Архангел районының Убалар ауылынан Фидан Янышевҡа, 9 − 11-се синыфтар араһында Нефтекама ҡалаһынан Ксения Овечкинаға һәм Сибайҙан Сыңғыҙ Ишморатовҡа бирелде.
Аҡмулла көндәре 17 декабрҙә мәғрифәтсенең тыуған яғында – Миәкә районында «Аҡмулла нәсихәттәре» менән тамамланды.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.