Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Октябрь 2011, 14:43

Урынлы тәҡдимгә ихлас ҡушылабыҙ

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция! Һеҙгә Йөйәк урта мәктәбе коллективы исеменән хат яҙыусы Ринат Шәйбәков. «Йәшлек»тә Сәйетбабанан (Ғафури районы) ветеран уҡытыусы, билдәле журналист Рәйсә Фәйзуллинаның БДУ-ға Жәлил Кейекбаев исемен биреү кәрәклеген күтәреп сыҡҡан мәҡәләһе донъя күргәйне. Был тәҡдимгә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, башҡорт халҡының данлы улының исемен республиканың иң күренекле уҡыу йортона биреү тәҡдимен хуплайбыҙ.

Оло быуын вәкилдәре атаҡлы ғалимды ҙур ихтирам менән телгә алыуын әле лә хәтерләйем. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рамаҙан Бирғәле улы Ғәйнетдинов үҙенең уҡытыусыһын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала торғайны. Минең атайым Йәһенгәрәй Әхмәҙи улы ла, ғорурланып: «Мин Кейекбаевта, Барагта уҡыған кеше әле», – тип әйтергә яратты. Ул ауылда юғары уҡыу йортона ингән беренсе кеше ине (тик ғаилә сәбәптәре арҡаһында университетты тамамлай алмайынса, тамамланмаған юғары белемле булып ҡалды).
Жәлил Кейекбаевтың башҡорт фәненә, республикала төплө белемле кадрҙар әҙерләүгә индергән өлөшөн юғары баһалап, исемен БДУ-ға биреү бик ваҡытлы булыр ине. Өлкән быуын кешеләре генә түгел, урта быуын да, исемен ишетеп кенә белгән йәштәр ҙә был тәҡдимгә ихлас ҡушыла.

Р. ШӘЙБӘКОВ,
Йөйәк урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.

Белорет районы.
Читайте нас: