Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Июнь 2011, 17:51

Белеүселәр булһа...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зәки Фәтхислам улы Миңлебаев атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндән һуң ( 1941 йылдың 1 сентябрендә) донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем аҡ финдарға ҡаршы һуғышта сынығыу алған Фәтхислам Әлибай улы Миңлебаевты (1914 йылда донъяға килгән) һуғыштың тәүге айында уҡ фронтҡа ебәрәләр. Уның тыуған ауылы билдәһеҙ. Колхозлашыу осоронда Фәтхис­ламдың ата-әсәһенең бөтә мал-мөлкәтен конфискациялағас, улар Стәрлебашҡа күсенеп килгән булған. Һуғышҡа ла Стәрлебаштан киткән. ҡатыны Зарифа Заһымай ҡыҙы ире 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалғас, тыуған ауылы Иҫке ҡалҡашҡа (шул уҡ районда) ҡайтып, туғандары ярҙамында балаларын ҡарап үҫтергән. Зәки Фәтхи улында атаһының иҫтәлеге булып ошо ике фото ғына һаҡланған. Береһе, кейемдәренә ҡарағанда, 1939 йылдың ноябрь айында фин кампанияһы башланыр алдынан төшкән фото булырға тейеш.

Белеүселәр булһа...
Белеүселәр булһа...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зәки Фәтхислам улы Миңлебаев атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндән һуң ( 1941 йылдың 1 сентябрендә) донъяға килгән.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем аҡ финдарға ҡаршы һуғышта сынығыу алған Фәтхислам Әлибай улы Миңлебаевты (1914 йылда донъяға килгән) һуғыштың тәүге айында уҡ фронтҡа ебәрәләр. Уның тыуған ауылы билдәһеҙ. Колхозлашыу осоронда Фәтхис­ламдың ата-әсәһенең бөтә мал-мөлкәтен конфискациялағас, улар Стәрлебашҡа күсенеп килгән булған. Һуғышҡа ла Стәрлебаштан киткән. ҡатыны Зарифа Заһымай ҡыҙы ире 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалғас, тыуған ауылы Иҫке ҡалҡашҡа (шул уҡ районда) ҡайтып, туғандары ярҙамында балаларын ҡарап үҫтергән. Зәки Фәтхи улында атаһының иҫтәлеге булып ошо ике фото ғына һаҡланған. Береһе, кейемдәренә ҡарағанда, 1939 йылдың ноябрь айында фин кампанияһы башланыр алдынан төшкән фото булырға тейеш. Фәтхислам Миңлебаев – һулдан беренсе (аҡ йөҙлө). Икенсеһенә «1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыусы студенттарҙың ял иткән ваҡытта төшкән фотоһы» тип яҙып уҡ ҡуйылған. Артында ҡайһы берҙәренең (төшөүселәрҙең) ав­тографтары, исем-фамилиялары ла бар. Зәки Фәтхислам улы, ошо фотоларҙа төшкән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре иҫәндер һәм улар атаһы тураһында ниндәйҙер хәтирәләр һөйләй алырҙар тип өмөт итә. Ул үҙе Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Хәйбулла, Ишем­бай, Стәрлетамаҡ ра­йондарында ауыл ху­жалығында эшләгән. Хәҙер – хаҡлы ялда. Бәйләнеш өсөн Стәр­летамаҡ ҡалаһындағы өй телефонына шылтыратығыҙ: 8-3473-25-47-71.

Флүр КИНЙӘБУЛАТОВ.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: