Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Июнь 2011, 16:17

Һөйкөмлө кешеләр

Ул ваҡытта минең тыуған ауылымда – Салауат районындағы Башҡорт Ил­секәйендә – көнө буйы уйнап онотолорлоҡ урындар күп ине: Һырт, Тирмән ҡаштаҡ, Саған башы, Тапау, Үртәмәй, Һикеяҙ буйы... Айына бер тапҡыр ат арбаһына кино аппаратын, һыу һауытына оҡшаған футлярға тимер ҡулсаға уралған кинопленкаларҙы тейәп, йә күрше ҡалмаҡ­ҡолдан Рамаҙан ағай Хәйрисламов, йә ҡа­ра­ғолдан Ибраһим ағай ҡа­симов кинофильм­ килтереп күрһәтер ине.Үҫмер бала өсөн ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтөрлөк, уның тәрбиәһенә йөкмәткеле йүнәлеш бирерлек өлкән дуҫының тормош өлгөһө бик әһәмиәтле.

Һөйкөмлө кешеләр
Һөйкөмлө кешеләр
Донъяла иң ҙур байлыҡ –
Кешеләр менән аралашыу байлығы.
Антуан-Сент Экзюпери.


Беҙҙең бәләкәй сағыбыҙ...

Ул ваҡытта минең тыуған ауылымда – Салауат районындағы Башҡорт Ил­секәйендә – көнө буйы уйнап онотолорлоҡ урындар күп ине: Һырт, Тирмән ҡаштаҡ, Саған башы, Тапау, Үртәмәй, Һикеяҙ буйы... Айына бер тапҡыр ат арбаһына кино аппаратын, һыу һауытына оҡшаған футлярға тимер ҡулсаға уралған кинопленкаларҙы тейәп, йә күрше ҡалмаҡ­ҡолдан Рамаҙан ағай Хәйрисламов, йә ҡа­ра­ғолдан Ибраһим ағай ҡа­симов кинофильм­ килтереп күрһәтер ине.
Үҫмер бала өсөн ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтөрлөк, уның тәрбиәһенә йөкмәткеле йүнәлеш бирерлек өлкән дуҫының тормош өлгөһө бик әһәмиәтле.

Александра Александровна Рузе

Мөфтәхетдин Низамовтың нәҫел шәжәрәһе:

Сүрәкәй – Түбәләҫ ырыуына ҡараған ауылға (Нуғай) нигеҙ һалған – Мәжит Сүрәкәев (1816 йылғы ревизия материалында исеме бар, 1760 йылғы) – Өмөтхужа (1803 йылғы ревизия материалында теркәлгән) – Фәхретдин (1823 йылғы) – Низаметдин (1843 йылғы) – Мөфтәхетдин (1888 йылғы).


“Ил күргәнде күрҙек”

Һуғыш алдынан, Ольга апаһы бик саҡырғас, һағыныу ҙа үҙенекен итә, Александра өс балаһы – Йыһангир, Динә, Сара менән 20 йыллап күрешмәгән апаһы Ольгаға ҡунаҡҡа бара һәм Сараны унда бер йылға торғоҙоп ҡалдыра. Сара мәктәптә уҡый, украин телен өйрәнә. Һуғыш башланғас, йәһүд ҡыҙы тип уйламаһындар өсөн, Сара­ның исемен Александра тип яҙҙыралар документҡа. Автобус, эвакуация поезы менән уны ҡайтарып ебәрәләр. Сара имен-аман Башҡор­тостанға ҡайтып етә.
Оляның ике улы була: өлкәне Вячеслав – 1924 йылғы, кесеһе Воло­дя – 1932 йылғы. Һуғыш сыҡҡан көндө Вячеслав Усвяты тигән күрше ауыл мәктәбенә велосипедта имтиханға барған була.
Ут-ялҡын, бомбалар шартлап ярыла, һалдаттар ебәрмәй, ҡамау­ҙа торалар. Вячеслав, күлде йөҙөп сы­ғып, ауылына ҡайтып етергә өмөтләнә. Ләкин бер нәмә лә килеп сыҡмаҫын аңлағас, ул велосипедын һата ла, шул аҡсаға Башҡортостанға юллана. Алексан­дра апаһының адресын белә.
Был ваҡытта колхоз малдарын ҡыуып китеп барған булалар. Егет мал ҡыуыусы булып та эшләп ала. Бер аҙҙан көнсығышҡа китеп барған бер эшелонға эләгә һәм шуның менән Мөрсәлимгә яҡынлаша. Ләкин эшелон туҡтамай, йән-фарман уҙып китә. Вячеслав, тәүәккәлләп, Тирмән һәм Күкшик араһында поездан һикереп төшөп ҡала.
Ваҡиғалар тағы ла киҫкенләшә. Унда хәрби һаҡ торған була. ҡарауылдағылар менән мөнәсәбәттәр тәрәнгәрәк китер ине, әгәр ҙә һалдаттар, бәхеткә күрә, был ихлас ғаилә менән таныш булып сыҡмаһа. “Күрәм, Дамка ҡушаматлы этебеҙ са­бып килә, уғаса булмай, һалдаттар Вячеславты оҙатып килтерә икән. Ни иларға, ни көлөргә белмәйем, ҡаршы йүгереп сыҡтым да, “Мама ҡай­ҙа?” – тигән бул­дым (мин Ольга апайымды “мама” тип йөрөтә торғайным)”, – тип һөйләне Са­ра апай.
Бына шулай, этләнеп, Вячес­лав Башҡор­тостанға килеп юлыға.
Бәләкәй Володя менән Ольга Алексан­дровна фашис­тар тарафынан эшкә оҙатыла. Ольганы нисектер улынан айыр­майҙар. Улар бер поляк ҡатынының хужалығында тир түгә. Ольга Алексан­дровна һыйырҙарҙы һауып ҡына ҡалмай, бар ауыр эште башҡара. Ә бәләкәй Володя көтөү көтә.
Владимир, һуғыш бөткәс, Ле­нин­град университетының урман хужалығы факультетын тамамлай.

Ысын кеше булып ҡала белеү

Мөфтәхетдин һәм Шура әбейҙең иң өлкән улы Йыһангир бабай башта Халхин-Голдағы ваҡиғалар­ҙа, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Алыҫ Көнсығышта Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1948 йылда һағынып көткән ата-әсәһе, туғандары янына Мөрсәлимгә ҡайта, ғаилә ҡора. Тимер юлында, төҙөлөш материалдары комбинатында етәксе булып эшләй. Төп эшенән башҡа иптәштәр судының алмаштырғыһыҙ рәйесе була. Уны кешеләр менән итәғәтле аралашҡан, бәхәсле һорау­ҙарҙы ыңғай хәл итеп, ауылдаштарының күңел һағында торған ғәҙел кеше итеп хәтерләй замандаштары. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Нина, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан иртә китеп барҙы. Тамара исемле ҡыҙы Төйлөгәндә йәшәй.
Хәҙер Йыһангир ағайҙың ейәнсәре Римма Рәфҡәт ҡыҙы Мөрсәлим урта мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Сара апай һуғыш йылдарында ҡалмаҡҡол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Артабан уҡыу теләге уны Өфө физкультура техникумына алып килә.Тауар поезының өҫтөндә ятып ҡайтып килгәндә, бергә уҡып йөрөгән егет Миңйәр станцияһы эргәһендәге тоннелде үтеп барғанда фажиғәле һәләк булғанлыҡтан, техникумда уҡыуын тамамлай алмай.
Аҙаҡ Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһындағы тиҙләтелгән ун бер айлыҡ геолог-разведка курсында уҡый. Был йылдарҙа Һатҡы ҡалаһындағы “Магнезит” заводына нигеҙ һалына. Шул айҡанлы геология разведкаһы бик күп эш башҡара. Улар беренсел (первичный) тоҡомдарҙы ентекләп тикшерә. Тимер, боксит ятҡылыҡтарын эҙләй. Гидро­күҙәтеүсе булып эшләгәндә, Сара апайға һыбай йөрөргә тура килә. Ул тәрән һәм уңайһыҙ шахтаға төшөп, һыуҙың кимәлен үлсәп, күҙәтеү һөҙөмтәләрен ентекләп журналға теркәп барырға тейеш. Ҙур заводҡа нигеҙ һалыр алдынан, был урында ер аҫты һыуҙары бармы-юҡмы, тип етди тикшереү эше ойоштороу талап ителә. Бер тапҡыр Сара апай, бейәһе өҫтөндә килеш, һаҙлыҡҡа батып үлә яҙа. ҡыҙҙың уң аяғы аттың кәүҙәһе аҫтында ҡыҫылып ҡала. Хоҙай ҡушыуымы икән, тере ҡалалар, тик Сара апайҙың аяғы бер аҙ зәғифләнә. Хәҙер ул һыҙлап яфалай.
Һатҡы ҡала һаҡлыҡ кассаһында кассир булғанда ла еңел булмай. Ул ваҡытта электричкалар юҡ, тауар вагондарына ултырып йөрөргә тура килә. Хәүефле заман, һуғыштан һуң да енәйәтселек кәмемәгән. Ҙур суммалағы аҡса менән йөрөргә тура килә. Һилиә станцияһы милиция хеҙмәткәрҙәре уны почта вагонына ултыртып оҙата. Бер тапҡыр хатта ҡораллы матрос уны Мөрсәлим станцияһына тиклем оҙатып килә.
Алты айлыҡ курс үтеп, Мөрсәлим эзбиз заводында лаборантка булып эш­ләй.
ҡалмаҡҡол ауыл советында, хәҙергесә әйткәндә, эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарған йылдары хаҡында урындағы халыҡ бик маҡтап телгә ала. “Эште белеп, ентекле башҡарыуы, кеше күңеленә үтеп инерлек мөләйем аралашыуы өлгө алырлыҡ ине”, – тиҙәр уның тураһында замандаштары.
Бөгөн Сара апай Йыһангир ағаһының ейәнсәре Римма Рәфҡәт ҡыҙы һәм Динә апаһының ҡыҙы Тамараға таянып йәшәй. Туған-тыумасалары, уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәр­ҙәре тураһында даими хәстәрлек күреп, рухи ҡәнәғәтләнеү табып йәшәй ул.
Һүҙ менән генә һөйләп бөтөрөрлөк түгел, үҙен күреп аралашыр кәрәк. Башҡортса ла сатнатып, рус телендә лә еренә еткереп һөйләшә ул. Һәр һүҙе – күңел хазинаһы, кәңәштәре алтындай ҡәҙерле. Кешелеклелеге – ынйы-гәлсәрҙәй саф.
Оҙаҡ йәшәгеҙ, яҡындарығыҙҙың тормошон йәмләп, һөйөклө Сара-Александра апай һәм изгелекле Тамара!

Миңһылыу АБДУЛЛИНА,
БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: