Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Еңеү байрамы менән ҡотланы. Йәш спортсыларҙы тәбрикләргә ветерандар үҙҙәре лә килгәйне.
Еңел атлетика эстафетаһы старт алған «Динамо» стадионының 9 Май байрамы айҡанлы ойошторолған төп майҙандарҙың береһе булғанлығын билдәләргә кәрәк. Быны ярышта ҡатнашыусыларҙың күплеге лә, сараның матурлыҡты, тыныслыҡты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауы ла иҫбат итеп тора. Эстафетала һәр береһе 14 кешенән торған 174 команда ҡатнашты. Дөйөмләштереп алғанда, унда ҡатнашыусылар 350 – 800 метр арауыҡҡа йүгерә. Йыл һайын һәр команда 7700 метрҙан ашыу араны йүгереп уҙа.
Әлбиттә, 63-сө тапҡыр үткәрелгән эстафетаның даими лидерҙары һәм рекордсылары билдәләнгән дә инде. Спорт ярыштарында төрлө һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин булһа ла, йыл һайын иң шәп йүгереүселәр иҫәбенә ингән командалар бар. Мәҫәлән, Белорет металлургия колледжы эстафетала 37 тапҡыр еңеүсе булған. Ошо ваҡытта улар йүгергән арауыҡ Белорет һәм Өфө ҡалалары араһындағы юлдың оҙонлоғонан да артып киткән. Урта белем биреү учреждениелары араһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты спортсылары гел генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Гимназистарҙы был сараға әҙерләүселәрҙең береһе, физкультура уҡытыусыһы Гөлфиә Зәйнетдинова әйтеүенсә, уҡыусылар эстафетаға килер алдынан уҡ башҡа бик күп ярышта еңеүгә өлгәшкән. Гимназия Еңеү байрамы сараһына хатта ике команда алып килә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бағышланған спорт сараһында йыл һайын ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа бар.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай сараларҙа бер кем дә рекордтар ҡуйыу, мотлаҡ иң беренсе булып йүгереп килеүҙе төп маҡсат итеп ҡуймай. Иң мөһиме – ҡәҙерле ветерандарға байрам бүләк итеү, йәмғиәттә тыныслыҡҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү уятыу.
Хәниф СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотолары.