Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы баш ҡалабыҙҙа киң билдәләнде
Төньяҡ-Көнбайыш, 1-се Белоруссия фронттарында ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәүкәт Закир улы Фәтҡуллин менән һөйләшәбеҙ.
– 9 майҙы мин Берлинда ҡаршы алдым, – тип һөйләй кисәге яугир. – Көн бөгөнгө кеүек ҡояшлы, аяҙ ине. Беҙ аэродромда дежурҙа торҙоҡ, механик булараҡ, самолеттарҙы хеҙмәтләндерҙем. Берлинға тиклем килеп еткәс, Еңеү беҙҙең яҡта булыры билдәле ине инде. ҡалала атыу тауыштары тынырға ла уйламаны. Һуғыштың рәсми рәүештә ҡасан тамамланырын түҙемһеҙлек менән көттөк. Еңеү – ғүмеремдәге иң оҙаҡ көттөргән оло байрамдарҙың береһе. Был байрамды күрә алмай, яуҙа башын һалған тиҫтерҙәрем генә йәл...
«Реквием» яңғырай. Тантана ҡыуанысынан бигерәк, уйсан йөҙҙәрҙә күҙ йәштәренә лә ирек бирелә. Үткәндәргә ҡайтыу, күңел хәтирәләре генә түгел, шатлыҡ йәштәрелер был.
Еңеү рухын үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән тамашаларҙа, балаларҙың рәсемдәр, 109-сы мәктәп уҡыусыларының һуғышта булған олатай-өләсәйҙәренең исемдәрен туҡыма киҫәктәренә сигеп, уларҙан ойошторолған күргәҙмәһендә лә күрергә була ине. Ветерандар ялан ашханаһында һалдат бутҡаһы менән дә һыйланды, шанлы йылдар ауазын хәтерләткән таныш көйҙәргә бейеп, күңел асып, йәшлектәрен хәтергә төшөрҙө.
Ю. КӘРИМОВ, Ф. АБДУЛЛИН фотолары.