Хөсәйен Ғүмәровтың ҡыҙы Флүрә атаһының һалдат сәләмдәре теркәлгән был ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлай
Уҙған быуаттың тәүге яртыһында Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Хәҙисә һәм Әйүп Ғүмәровтарҙың ике ҡыҙҙары һәм белемгә ынтылған, эшкә дәртле һәм һәләтле өс улы араһынан өлкәне Хәсән – район советы рәйесе, кинйәләре Хәмзә – ВЛКСМ райкомының беренсе секретары вазифаларына күтәрелһә, уртансылары Хөсәйен партия хеҙмәткәре була.
Хеҙмәт юлын Баймаҡта башлаған Хөсәйен Ғүмәров 1932 йылда Стәрлетамаҡ партия мәктәбендә уҡығанында Өмөгөлсөм исемле ҡыҙға өйләнә. Партия ҡайҙа ҡуша – шунда эшкә йүнәлтелгән коммунистың Баймаҡ районында башлаған эшмәкәрлегенең артабанғы географияһын 1933 йылда Баймаҡта тыуған улы Камил, 1937 йылда Аҡъярҙа тыуған ҡыҙы Флүрә, 1938 йылда Юлдыбайҙа тыуған улы Шамил һәм 1940 йылда Яманһаҙҙа тыуған ҡыҙы Фәриҙә асыҡ күрһәтә.
1940 йылда коммунист Хөсәйен Ғүмәров 109-сы Яманһаҙ йылҡысылыҡ заводына партком секретары итеп ебәрелә (ул завод фронтҡа 565 ат оҙата). Балаларының барыһы ла – Яманһаҙ ете йыллыҡ, ә Камил менән Фәриҙә Юлдыбай урта мәктәбен тамамлай. Атайҙары фронтҡа саҡырыла. Хәсән ағаһы менән Хәмзә ҡустыһы ла үҙҙәре теләп яуға китә. Өсәүһе лә офицер була, икәүһе һәләк була, кинйәләренә генә Бөйөк Еңеүҙән һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә.
Бер – һигеҙ йәшлек береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән тороп ҡалған Өмөгөлсөм апай хат ташыусы була, балалар баҡсаһында эшләй һәм төрлө эштәрҙе башҡара.
Хөсәйен Ғүмәровтың яу юлдары 1200-се уҡсылар полкының 7-се ротаһында башланыуы билдәле. Бер нисә мәртәбә яралана, ҡамауға эләгеп, уны йырып сығырға, госпиталдәрҙә дауаланырға тура килә. Үҙенең сәләмәтлеген белдергән ҡыҫҡа ғына хаттары ғаиләһенә йыш килә. Хаттарынан ут эсендә йөрөгәне билдәле, ләкин үҙе тураһында, күрәһең, ғаиләһен артыҡ хафаға һалмайым, тигәндер, аныҡ мәғлүмәт күренмәй, 4-се хатынан шәйләнеүенсә, штрафбатта ла булып сығыуы ихтимал (ҡамауҙа булыуын иҫкә алғанда). Әлеге көндә хаттарының дүртәүһе үҙе һуғышҡа киткәндә 3,5 йәштә ҡалған ҡыҙы Флүрәлә һаҡлана. Йөкмәткеләренә аңлатма кәрәкмәгән, тик латинса яҙылған хаттарының тәржемәһен килтерәм (бер-ике урыны ғына асыҡлауҙы талап итә).
1-се хат (тәүгеләренең береһе)
«Гөлсөм, һеҙгә минән күптән-күп сәләм. Камилға, Флүрәгә, Шамилға һәм Фәриҙәләргә һағынып сәләм. Камил уҡып йөрөй тип уйлайым, шулай булһа ла миңә яҙмай. Мин 8/IХ – 41 йыл сығып киткәне бире, ул да булһа Искинда ваҡытта, һеҙҙән бер генә хат алдым. Үҙем ай һайын йыш хат яҙамын, тик ауырыу сәбәпле һәм һәр ваҡыт ҡырҙа булыу арҡаһында хәҙер ике айға яҡын хат ебәргәнем юҡ. 25/ХII – 41 йылдан алып һуғышҡа индек, шунан бире өс мәртәбә еңел ранен булдым, уң ҡулдан (һуңғыһы) бер бармағым юҡ, әле йүнәлеп бара, ләкин госпиталдә түгел.
Хәҙерге көндә Смоленск өлкәһендә, бынан алда Калинин өлкәһендә булдыҡ. Күргәнебеҙҙе балаларға бер ваҡыт һөйләп булырмы-юҡмы, ышаныуы бик шикле.
Тормошоғоҙ нисек, икмәк мәсьәләһе, аҡсағыҙ һ. б. тураһында хат яҙығыҙ. Һыйырығыҙ бармы әле?
18/II – 42. Сәләм менән Хөсәйен Ғүмәров.
2-се хат (урыҫса яҙылған)
«Галя (Гульсум) и дети, и мама, шлю вам привет. Я жив и здоров – служу в рядах нашей Красной Армии бойцом. Живем хорошо, весело.
Желаю вам хорошей жизни – работайте, как мы на фронте.
Если буду жив, приду домой с победой!
«Гөлсөм һәм ҡәҙерле балалар!
Шулай уҡ туғандар. Һеҙҙең барығыҙға ла минән һағынышлы сәләм. Мин әле һау-сәләмәт. Үлмәһәк, тиҙ үк ҡайтырбыҙ. Ошо хатты алғас, хат яҙығыҙ. Сәләм менән Хөсәйен Ғүмәров.
6.10.44. Полевая почта 41159 «Л».
«Гөлсөм, Камил, Шамил, Флүрә һәм Фәриҙәләргә минән бик күп һағынышлы сәләм. Мин һаман да тере һәм сәләмәт, дошманды ҡыйратабыҙ.
Һеҙгә күп кенә хаттар ебәреп торам, барын булмаһа ла, ҡай берҙәрен ала торғанһығыҙҙыр. Мин һеҙҙән хәбәр алғаным юҡ. Шул адрес менән яҙһағыҙ, үлеп ҡалмаһам, хатығыҙҙы алырмын. Мин әле офицер исемемде юғалтмағанмын, шулай булһа ла, һеҙгә аттестат ебәрә алмайым, үҙем дә алмайым.
Һеҙ ҡайһы бер льготалар менән урта командный состав ғаиләһе рәтендә файҙалана алаһығыҙ.
Гумеров. 22.12.1944. Полевая почта 36400 «Е».
70 йылға яҡын һаҡланған, был фирма (махсус) бланкыларында яҙылған (күрәһең, офицерҙарға бирелгәндер) яугир хаттары тормош иптәше Гөлсөм апайҙа (Иҫке Сибайҙа), ә ул мәрхүмә булғас, Өфөлә йәшәүсе улы Камилда һаҡлана. Ул да мәрхүм булғас, Юлдыбайҙа йәшәүсе ҡыҙы Флүрәгә күсә. Хаттарҙан күренеүенсә, ғаилә башлығы өйөнән хат алмауына йыш зарлана, ә хат яҙырына өмөт иткән улы Камил үҙе фронтҡа киткәндә ни бары бер аҙна ғына уҡырға өлгөрә, тимәк, яңы хәрефтәр менән таныша башлаған. Флүрә иҫләүенсә, ул хат яҙыуын яҙып тора, әммә баланың яҙыуы ла шулайыраҡ булғандыр инде, өҫтәүенә, атайҙарының адресы ла йыш үҙгәреп торған (дүрт хатта дүрт төрлө). Ике яҡ өсөн дә, әлбиттә бер-береһенән, ҡош телендәй булһа ла хәбәр алыу сикһеҙ бәхет килтергәндер. Тик ҡалайтаһың. Атайҙары Хөсәйен Ғүмәровтың ғаиләһенән хәбәр ала алмауына бик ныҡ ҡайғырыуы һәм һәләк булыуының иртәгәһенә уға хат барып төшөүе тураһында бер иптәше: «Һуғыш бөтөүгә күп ҡалманы, әгәр тере ҡалһам, һеҙгә бөтәһен дә һөйләп бирергә Хөсәйенгә һүҙ бирҙем», – тип яҙа ла, күрәһең, яҙмыш уны ла аямағандыр.
Юлдыбайҙан бергә киткән һигеҙ иптәшен асыҡлау маҡсатында уларҙы оҙата барыусы Гәрәй Байназаров (үҙе лә фронтҡа китә) һуңынан «Совет Башҡортостаны»на яҙып сыға, тик һөҙөмтәһен Ғүмәровтың ғаиләһе белмәй, ә уның 1945 йылдың 23 февралендә һәләк булыуын иптәштәренең береһе хәбәр иткән була. Ғаиләһендә башҡаса мәғлүмәт булмай. Һуғыштан алдағы йылдарҙа бергә эшләгән йә аралашҡан кешеләр табылманы. Ишетеп белеүселәр уның тыныс холоҡло, тәрбиәле, һәйбәт кеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғаиләһе тураһында һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Данияр Ильясов, тыл һәм хеҙмәт ветераны Һөйөндөк Сабитов, ҡыҙы Флүрә Такалова белгәндәре менән уртаҡлашты.
Яугир Хөсәйен Ғүмәровтың яҙмышын рәсми асыҡлау маҡсатында Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарының һәләк булыусылары исемлеге теркәлгән «Хәтер» китабын байҡайым һәм хайран ҡалам: өс райондың береһенең исемлегендә лә уның исем-шәрифе лә юҡ. Яманһаҙға барып, обелискылағы исемлекте ҡарайым – юҡ, Юлдыбайҙағыһын (район үҙәге булған бит) килеп ҡарайым – юҡ. Ә бит ул обелискыларҙа матур итеп «Никто не забыт, ничто не забыто» тип яҙылған... Партком секретары булып эшләгән шәхес, етмәһә, ғаиләһе сирек быуатҡа яҡын шунда йәшәгән (ул ваҡытта Вәскир ауыл советына ҡараған), Камил да шунда хеҙмәт юлын башлаған, Флүрә лә – һауынсы, Фәриҙә һатыу өлкәһендә эшләгәндәр ҙә бит, уларҙы иҫләүсе булмай сыға. Ғөмүмән, ул «Хәтер»ҙәге исемлектәрҙе, ә ауылдарҙа һәйкәлдәрҙәге исем-фамилияларҙы яңынан асыҡлап, дөрөҫләп, теүәлләп сығыу фарыз. Һәйкәлдәр – тереләр өсөн. Үлеләрҙең – ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тигән алтын һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, киләсәккә хаталарҙың хата булып тарих төпкөлөнә китмәүенә ышанғы килә.
Ярай әле, һуңғы сығанаҡ – 2000 йылда сыҡҡан «Хәтер» китабының өҫтәмә 21-се томында, Йылайырҙан исемлеккә индерелгән 155 яугир араһында ошондай уҡ яҙмышҡа дусар булған ағайымдың һәм Хөсәйен Ғүмәровтың исемдәрен күреп, ат менгәндәй ҡыуандым. Унда Хөсәйен ағайҙың һуғыш бөтөүгә ай ярым ғына ваҡыт ҡалғас, йәғни 1945 йылдың 20 мартында һәләк булыуы күрһәтелгән.