Оҙонгүл ауылында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап үткәрелгән тантана иҫкә төштө. Унда, йылдағыса, Озерный мәктәбе уҡыусылары концерт әҙерләгәйне – балалар шиғыр һөйләй, йырлай, бейей. Эшкә шәп, егәрле Оҙонгүл әбейҙәренә бер осҡон ғына етмәй, үҙҙәре үк дәртләнеп, бармаҡтарын шартлатып, түңәрәккә бейергә төшөп китәләр ҙә:
– Йә, Мәғрифә, теге бала саҡта ырҙынға алып сығып ятлата торғайнылар ҙа, шул декламацияңды һөйлә әле, – тип 78 йәшлек Мәғрифә Шакироваға мөрәжәғәт итәләр. Уныһы ҡаҙаҡҡол мәктәбендә өсөнсө синыфҡа күскәндә йәш кенә Мәрйәм исемле уҡытыусылары өйрәткән шиғырҙы инәлтеп тормай һөйләп ишеттерә – йәш быуынға фәһем булһын, ти. Декламацияла шул осор өсөн хас тойғолар – Еңеүгә иҫ киткес ҙур ышаныс, яҡты, мул киләсәккә өмөт, Гитлерға нәфрәт ярылып ята:
ҡоторған эт фашист нәҫеленән.
ҡулын йыумаҡ була беҙҙең ҡанға
Тәненән ашҡан һуңғы көс менән.
Бирелмәһә, дошман юҡ ителер,
Белеп килһен Гитлер бандаһы.
Ташланайыҡ, дуҫтар, яуға ҡаршы,
Хәҙер баҫмаҡ була беҙҙең илгә,
Йөрәктәрҙә беҙҙең Еңеү, тиеп
Мәғрифә әбей ятлап бөтөүгә Нәғимә Абдрахманова һүҙҙе эләктереп ала:
ҡыҙыл флаг шуға ҡараймай –
Һүҙ утыҙынсы йылғы Әмир Мөхәммәтовҡа күсә. Ул бәйетен «41 йылдың аҙабы – 45 йылдың аҙағы» тип атай:
Ололарға хас булған тыныс тауыш менән олатай эсе бошҡанда сығарған мөнәжәтен дә әйтеп ебәрә:
Бал ҡорттары оса, ай, бал өсөн,
ҡуш ҡарағай үҫә йәм өсөн.
Ир-егеттәр китеп башын һалды
Ватанына бөтмәҫ дан өсөн.
Һәр йыл һайын 9 Май айҡанлы үткәрелгән тантанаға килгәндә, Еңеү байрамын башҡаса күреп булмаҫ инде, тип көйәләнеп тә, ауылдаштарына хөрмәтен белдереп тә:
Күл буйлатып ҡына элеп ҡуйған
Балыҡсылар ғына шул ауҙарын.
ҡайтып килде ҡалған һауҙары, – тип йырлап ебәрә старшина Ишкәрим олатайҙың нәҫелен дауам итеүсе Әмир Мөхәммәтов. Унан сират һикһән дүрт йәшлек Әминә Мөхәммәтоваға барып етә:
Һуғыш ваҡытында күпме йоттоҡ
Киндер иләп, киндер һуҡтыҡ,
– Рамазаным, мин китеп барһам, йырымды йырлап, иҫеңә төшөрөп йөрө, тигәйне, шуның йыры нисек булды әле? – Баҙыян Абдрахманова, хәтерен барлап, тамағын ҡырҙы ла һуҙып ебәрҙе:
Әллә күмеркәйе юҡмы икән?
Үткән ғүмер үтте лә китте,
ҡалған ғүмеркәйем күпме икән?
Йыл һайын ураҙа тотоп, аяттар уҡытҡан Әминә, Нәғимә, Хәмдиә, Мәрхәбә, Сәмсиямал, Баҙыян әбейҙәрҙең йөҙҙәренән яҡтылыҡ китмәй, йәштәргә һәр йәһәттән өлгө булып, ихлас донъя көтәләр. Уларҙың шиғри телгә маһирлыҡтары ошо яҡтың тәбиғәтенәндер тим (Көсөкбай һыуы, Әсәт ҡойоһо, Суҡтал, Һыуыҡбил, Юлғыуар, Һарғамыш, Сәүкәташы, Торһай – ер-һыу атамалары ниндәй матур бит әле!). Һүҙемде ветеран уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ишмөхәмәт Рамазанов та раҫлай. Әйткәндәй, Оҙонгүл балаларына белем биргән Ишмөхәмәт Илһаметдин улын барыһы ла, ололап, «ағай» тип кенә йөрөтә. Ауылдың шәжәрәһен, аймаҡтар тарихын унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Ағайҙың да күңеле хискә туп-тулы, уның да һуғышҡа әйтеп бөтөлмәгән әрнеүе ҡалған:
Кире килһәң ине, бала сағым –
Тик һуғышһыҙ һәм аслыҡһыҙ.
Риза булып эшләп йөрөр инем,
Булмаһа ла өҫтә ҡыйбатлы...
Әммә Ишмөхәмәт ағай оҙаҡ ҡайғырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырыусыларҙан түгел. Бер аҙҙан көр тауышы дәртле яңғырай:
– Тормошомдан ҡәнәғәтмен, – ти ул. – ҡояш сығыу, таң атыу минең йәшлегем булған, оҙон көн буйы күктә ҡояш йөҙөүе – хеҙмәт йылдарым, ә киске шәфәҡ ҡартлығым икән дә! Шөкөр, ҡартлығым шәфәҡ кеүек матур, сөнки намыҫлы ғүмер иттем:
Төрлө биҙәкле йәйелгән буй
Илгә даны сыҡҡан рәссамың да
Бындай матур итеп буямаҫ!..
Ишмөхәмәт ағай биргән мәғлүмәт буйынса, Бөйөк Ватан һуғышына 53 йортлоҡ Оҙонгүлдән 51 кеше китә, ун туғыҙы яуҙа башын һала, ҡайтҡандары ла гел ғәрип була. Ошо яугирҙарҙың исеме, һуғыш йылдарындағы юғалтыуҙар, әрнеүҙәр – тереләрҙең иҫендә. Һәм 9 май көнөндә генә түгел, көн һайын Бөйөк Ватан һуғышы ҡалдырған яралар һыҙлай, төн йоҡоларын урлай – оноторлоҡмо ни үткәндәр?!.