Атайҙары ҡайтмағандарҙың балалары обелискыны ҡарап илай
Ошо көндәрҙә, Еңеү байрамы алдынан, һуғыштан ҡайтҡан еңеүселәрҙе, тыл ветерандарын саҡырып ҡунаҡ иттеләр, күкрәктәренә миҙалдар таҡтылар, ҡыуандырҙылар, йырланылар, бейенеләр, иланылар. Килә алмағандарына өйҙәренә йөрөнөләр. Ә беҙ, тыл ветерандары категорияһына инә алмай ҡалғандар, 73 – 75 йәштәр араһындағы ололарбыҙ. Күҙебеҙҙә – быяла, ҡолағыбыҙҙа – аппарат. Күбебеҙ инвалид, үлеп бөтөп барабыҙ. Беҙҙе бит әсәйҙәр ауыр һуғыш ваҡытында 7 – 8 йәштән бер эштән дә ҡалдырманы: бесән, башаҡ йыйҙыҡ, иген утаныҡ, аслы-туҡлы йөрөп, уҡыуыбыҙҙы ла ҡалдырманыҡ. Бер көн прогул яһаһаң, атай өсөн килгән 4 һумлыҡ пособиены ла бирмәнеләр. Беҙҙең дә ҡайғыбыҙ ауыр, олоғайған һайын ул арта ғына. Атайым, уның ағаһы, ҡустыһы һуғышҡа китеп, өсәүһенең береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Улар, Камалетдиновтар, ил өсөн ҡанын ҡойҙо, йәнен бирҙе.
Әсәйем, тормошҡа сыҡмай, атайымды көттө. 93 йәшендә гүр эйәһе булды. Дөрөҫ, әсәйемә ҡарата хөкүмәтебеҙ тарафынан ҙур иғтибар күрһәтелде: һуғышта еңеүселәр рәтендә улар алған пенсияны алды, Еңеү көнөндә сәскә гөлләмәләре бүләк иттеләр.
Һуғыш ваҡытында күргәндәрҙе яҙып бөтөрөрлөк түгел, һөйләһәң, китапҡа һыймаҫ. Ауылыбыҙ ҙур ғына. Еңеү байрамына саҡыралар, ҡунаҡ итәләр, рәхмәт инде. Атайҙары ҡайтмағандарҙың балалары обелискыны ҡарап илай.
Был яҙғаным кемгәлер оҡшамаһа, ғәфү итегеҙ. Яҙһам, аҙ булһа ла ҡайғыларыбыҙ баҫылыр, тигән булам. Беҙ, яуҙа һәләк булғандарҙың балалары, ер менән күк араһында йәшәнек инде. Ә фронттан ҡайтҡан ирҙәр ғаиләһен ишәйтте, өй һалды, төрлө эштә хужа булды. Балалары туҡ күңелле булып үҫте. Ә беҙ ҡайғыбыҙҙы йәшереп йәшәнек.
ҡайтмағандарҙың балалары, ошо хатты һеҙгә уҡырға насип булһа, бирешмәйек, тим! Илебеҙ тыныс торһон, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ беҙ күргәнде күрмәһен.