-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Февраль 2011, 16:28

Халыҡ хәтере мәңгелек

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол ауылындағы тау битендә ерләнгән өс шәхестең – Мәжит Малбаев, Абдулла Ғәзизов һәм Сәхиулла Дашкиндың ҡәберҙәренә мәрмәр таҡтаташ ҡуйып, ағастар ултыртып, улар­ҙың яҡты рухына ҡөрьән аяттары уҡытып, сәскәләр һалынды.

Атайым Абдулла Сә­ләхетдин улы Ғәзизов 1914 йылда Ишембай районының Тирмәнйылға ауылында тыуған. 1939 йылда әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Ишембай ҡала эске эштәр бүлегенә милиционер булып эшкә ингән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны Өфөгә саҡыртып алып, Бөрйән районына эшкә ебәрәләр. Уның менән беҙ ҙә Иҫке Собханғолға күсеп килдек. Тик, үкенескә күрә, атайым яуыз кешеләр тарафынан үлтерелә – һуғыштан ҡасып йөрөгән бандиттар ҡулынан һәләк була. Яҡын кешебеҙҙе юғалтҡас, беҙ ҡабат Ишембайға ҡайтып төпләндек. Хәҙер миңә 77 йәш. Атайымдың ҡәберенә йыл да барырға тырышам.
Элек әлеге ҡаһармандар хаҡындағы хәтер «Слава борцам за счастье людей» тигән яҙыулы стела менән мәңгеләштерелгәйне. Әле, алтмыш туғыҙ йылдан һуң, шәхестәргә мәрмәр таҡтаташ та ҡуйылды. Сараны ойоштороусы Бөрйән районы хакимиәте башлығы И. Зариповҡа, район ветерандары советы рәйесе Р. Баязитовҡа, барлыҡ ярҙам ҡулы һуҙыусыларға, ҡатнашыусыларға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.

Рәйлә ҡОЛМЫРҘИНА.
Ишембай районы,
Этҡол ауылы.