-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Февраль 2011, 14:34

«Бөгөн мәсет тупһаһынан мин ожмахҡа инәм...»

Был ауыр хәбәрҙе ишеткәс тә, бер өлкән шағирыбыҙҙың урта быуын ҡәләмдәшебеҙҙе ерләгәндә, әжәл тағы яҙа атты, беҙгә тәғәйенләнгән уҡ йәш кешегә барып тейҙе, ҡалай үкенес, тип әрнеп әйткән һүҙе иҫкә төштө. Тағы яҙа атты... ҡырҡ алты йәшен яңы тултыр­ған талантлы шағир Ғилман Ишкининды беҙҙең аранан алып китте. Ейәнсураға ауырыу әсәһенең хәлен белергә ҡайтып барған уҙаман юл фажиғәһендә һәләк булды. Бигерәк аяныс.

«Бөгөн мәсет тупһаһынан мин ожмахҡа инәм...»
Был ауыр хәбәрҙе ишеткәс тә, бер өлкән шағирыбыҙҙың урта быуын ҡәләмдәшебеҙҙе ерләгәндә, әжәл тағы яҙа атты, беҙгә тәғәйенләнгән уҡ йәш кешегә барып тейҙе, ҡалай үкенес, тип әрнеп әйткән һүҙе иҫкә төштө. Тағы яҙа атты... ҡырҡ алты йәшен яңы тултыр­ған талантлы шағир Ғилман Ишкининды беҙҙең аранан алып китте. Ейәнсураға ауырыу әсәһенең хәлен белергә ҡайтып барған уҙаман юл фажиғәһендә һәләк булды. Бигерәк аяныс.
Ғөмүмән, ул әсәһенә, туғандарына, дуҫтарына иғтибарлы һәм мәрхәмәтле булды. Ауыр хәлдә ҡалған кешегә, хатта танышы булмағанда ла, һуңғы тинен сығарып һалыр, йәнен бирергә әҙер ир ине. Кеше хәленә инә белеүе тәбиғәтенән генә түгел, тормош тәжрибәһенән дә килә ине. Ауыр яҙмышлы булды Ғилман. Яңылышҡан саҡтары ла булғандыр. Хаҡ юлға килгән һуҡмаҡтары ла урау-урау ине. Тик көслө рухлы, ысын ир затынан ине замандашыбыҙ, аҙашманы яҙмыш сөңгөлдәрендә, бөгөлмәне тормош һынауҙары алдында. Шиғриәт, ижад менән йәшәне, кирбес, балта тотҡан ҡулынан ҡәләм дә һис төшмәне. Һуңғы мәлдәрҙә мәсет ишектәренә лә үрелгәйне ҡулдары.
Заман менән бергә барҙы, әҙерәк алдараҡ та елде, буғай. «Мәңге бикле ишек кенә шығырламай» – бер юллы шиғырҙар яҙып та һиҫкәндереп ебәрҙе әҙәбиәтебеҙҙе ул. Ваҡытында ярайһы уҡ бәхәстәр ҙә тыуҙырҙы уның шиғриәте, ниндәйҙер ҡалыпҡа һыймаған, баш етмәҫлек нәмәләр яҙған, тип тәнҡитләүселәр ҙә табылды. Тик төп хаким булған Ваҡыт та, бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр һораған Заман да Ғилман кеүек «ҡалыплашмаған» фекерле, ирекле осошло ир-егеттәр­ҙең хаҡ икәнен тора-бара иҫбатланы. Таланттарға, милләтенең, еренең ысын тоғро улдарына, баҡһаң, ҡалып та, бығау ҙа юҡ икән...
Тик үкенес, шундай заттар иртәрәк ҡуҙғала был фани донъянан.
Ғилмандың бик популяр йырында шундай юлдар бар:
«Бөгөн мәсет тупһаһынан
мин ожмахҡа инәм.
Әйтерһең дә, яҙмышымда
шулай ҡушҡан ҡөрьән...»
Урының ожмахта булһын, Ғилман, хуш, көслө рухлы замандашыбыҙ!

«Йәшлек»тәр.


Күңеле гөл-баҡса ине...
Ғилман Ишкининдың шиғырҙарын, ғөмүмән, уның ижадын әҙәбиәт белгестәре өйрәнер, үҙ һүҙен әйтеп, уны йәш быуынға еткерер әле. Иманым камил, ул быға лайыҡ.
Беҙҙең быуынға ниндәй ҡырау төшкәндер, йәшләй генә фанилыҡтан киттеләр: ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла, Марсель Искәндәр, Рәйес Түләк... ә хәҙер Ғилман Ишкинин. Бәлки, Рәйес әйтмешләй, социализмда быуын нығынып бөтмәгәндер, әлегеһенә яраҡлаша алмайбыҙҙыр. Шағир, яҙыусылар, улай ғына түгел, ил яҙмышын үҙ иңенә һалған ир-ат барыһын да йөрәге аша үткәрә бит...
Ғилманды береһе лә насар һүҙ менән иҫкә алмаҫ, ирҙәрсә әйтһәк, ысын мужик ине ул. Шулай уҡ ысын шағир ҙа. Ләкин минең, улай ғына түгел, күптәр өсөн Ғилман Кеше булып ҡалды.
«Күңеле гөл-баҡса ине», – тинем. Юҡ, һүҙемде матурлар өсөн аҫыл һүҙбәйләнеш эҙләмәнем. Ысынын­да шулай ине, булмышы менән шулай ине.
Беҙҙең, егеттәрҙең, йылына бер тапҡыр «мальчишник» үткәрә торған йола бар. Бер йылды минең ауылда йыйылдыҡ. Ғилманға баҡса оҡшаны. Шундуҡ «шелтәләп» тә алды: алма ағасы аҙыраҡ. «Һин уны, – тине ул, – үҙең үҫтер. Оҙаҡ үҫә, тимә, ғүмер һиҙелмәй ҙә үтә. Ағас ултыртһаң да, үтә, ултыртмаһаң да. Әлеге ағастарың тирәләй ҡурпып сыҡҡанды күсереп ултыртаһың да, иң яҡшы алманың орлоғон үҫтереп, шуға ботағын ялғайһың».
Прививка серҙәрен дә өйрәтте, йәш үҫентеләрҙе нисек тәрбиәләргә кәрәклеген дә. Баҡһаң, Ғилман ысын баҡсасы ла булған икән. Ейәнсура яҡтарына барғас, Ғилмандарға ҡуна төштөк. Әсәһе өҫтәл әҙерләне, оло туҫтаҡ менән хуш еҫле алмалар килтереп ултыртты. Ниндәйе генә юҡ! Ғилман һәр береһен исемләп, сорттарын әйтеп татыта.
Баҡсаға сыҡтыҡ. Иҫ китерлек – ҙур өй-ҡаралты биләмәһенең яртыһы алма ағасы менән тулған!
«Алма яратам мин, яҙын сәскә атҡанын, көҙөн уңыш биргәнен», – тип, Ғилман баҡса буйлап йөрөттө. Унлап төрлө сорт! Улай ғына ла түгел, Ғилман ситтән ер алып, баҡса үҫтермәксе булған. Ләкин ултыр­тыл­ған ағас ҡасан емеш биреп, табыш килтерә әле. Ә һалым органдары, башҡа «яуаплы»лар уны көтөп ултырмай. Бына шулай, ерен кире бирә лә, үҙ баҡсаһына ғына йөҙ бора шағир. Күңелендә иһә башҡа, ижади баҡсаһын сәскә аттыра.
Эйе, сәскә аттыра. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, ижади гөл-баҡсаһы сәскә атты, әммә уңышын йыйып өлгөрмәне шағир. Киткәндә лә сәсеп кит, тигән халыҡ әйтеме бар. Ғилман ҡайҙа булһа ла сәсеп йөрөнө: күңел йылыһын өләште, аҡыллы кәңәшен бирә белде, кәрәк урында, кәрәк мәлдә һүҙен әйтә алды.
Һуңғы юлға оҙаталмаған барса ҡәләмдәштәрең, уҡыусыларың исеменән рухың алдында ғәфү үтенеп, тыныс йоҡла, тибеҙ. Ижадың, бар булмышың шикелле, күптәрҙе тормош ғәмен белергә өйрәтеп йәшәйәсәк әле.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.



«Аптырама, һылыуым...»
Һуңғы осорҙа ижад донъяһында туплан­ған (хәҙер урта быуын тип әйтергә лә булалыр инде) төркөм үҙ-ара бер-беребеҙгә йылы мөнәсәбәт, иғтибар, хатта, әйтер инем, хәстәр менән ҡарайбыҙ. Шулар араһында шағир, яҡын дуҫым, «Һылыуым!» тип өҙөлөп торған Ғилман ағай Ишкинин үҙенең ярҙамсыллығы, ҡайғыларға, шатлыҡтарға үтә һиҙгерлеге менән айырылып торҙо. Ул һис ҡасан яһалмалыҡты яратманы, әүлиә булып ҡыланманы. Киреһенсә – кешеләрсә, егеттәрсә йәшәне, ваҡланманы. Тормош уның сикәһенә һуҡһа, ул яҙмышын яғаһынан эләктереп алып, иманын уҡытырға әҙер төҫлө ине. Баҫҡандан – баҫылып, туҡмағандан туҡмалып тора торған кеше ул түгел. Ғилман ағай һәр ваҡыт яҙмышы менән яғалашып, үҙе уға һынау ҡуйып йәшәй төҫлө ине.
Ә уның оптимистик көлөүе! Ул көлөүҙә шағир тормош һынауҙарынан ғына түгел, үҙенән дә әсе көлә ине һымаҡ. Ғилман ағай көлә-көлә хәбәрен һөйләгәндә, ниндәйҙер юғалтыуы хаҡында ла әйтеүе ихтимал, ә уның йылмайып-нурланып торған йөҙөнә ҡарап, ярар, ауыр кисермәгән шикелле, тип уйларға тырышаһың. Ә бит ул шул көлөүе менән дуҫтарының, яҡындарының иңенә бәлә һалмаҫҡа тырышҡан. Күпме тапҡыр, уның көлөүенә ышанып, хәле һәйбәт икән, тип алдандым. Уйлап ҡараһаң, шиғриәте кеүек үк, яҙмышы ла уның ҡалыптарға һыйғандарҙан түгел ине. Әммә ул ғәжәйеп бер тетрәнеү менән тормошто яратты, уның һәр күренешен үҙенә генә хас һиҫкәнеү менән ҡабул итте.
Әлеге хәтерләү мәҡәләһендә генә уның шәхсән ярҙам ҡулын һуҙып, «Бирешмә, һылыуым, ағайың бар икәнен онотма!» – тип иңен ҡуйған осраҡтарын һанап та бөтөрә алмам төҫлө. Яйлап ижады, үҙе хаҡында яҙырмын әле. Ә бөгөн миңә ошо ҡайғыны күтәрешергә ул үҙе етмәй...
Ғилман ағай шул тиклем тыуған яғын яратты! Әсәһе тип өҙөлөп торҙо. Ошо юлға ла ул Абзания инәйҙең хәлен беләм тип сыҡҡан. Әле бына уны ерләргә ҡайт­ҡанда Ейәнсура районы үҙәге Иҫән­ғолдоң Өфөнән алыҫлығына иҫем китеп барҙы. Ауылы Үтәғол Иҫәнғолдан тағы ла 80 саҡрым тирәһе. Ә ул әйләнә лә тыуған яғына ҡайтып китер, әйләнер ҙә әсәһе яғына юлланыр ине. Абзания инәй күргән ҡайғыларҙы Хоҙай бер әсәгә лә насип итмәһен! Инәй ныҡ, сабыр кеше, Ғилман ағай төҫкә уға тартҡан.
Ул шул тиклем күп уҡыны. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында сәхнә драматургияһы һөнәре буйынса белем алды. Шағир, драматург Рәмил ҡолдәүләт ижадын өйрәнеп, дипломын бик уңышлы яҡланы, үҙенсәлекле фекерҙәр уятты уның фәнни хеҙмәте. Донъя, Рәсәй тәнҡитселәре фекерҙәрен тәрән өйрәнгән Ғилман ағай менән теләһә кем бәхәскә лә инә алмаҫ ине. Берәй китап йәки мәҡәлә уҡый ҙа, ҡара әле, тегене уҡып сыҡтыңмы, тип шылтырата. Күп уҡыған һайын уның һәр нәмәгә үҙенә генә хас айырым фекере булды. ҡайһы берҙә хатта донъя ҡуйған һорауҙарға уның һәр ваҡыт уйынлы-ысынлы яуабы бар төҫлө ине.
Кеҫә телефоны булғас, бер яҡтан рәхәт ул: һөйләшке килгән кеше менән тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында аралашып була. Һәр хәлдә, дуҫтар, шағирҙар араһында шулай. Уның өсөн төнгө өс, төшкө бер булманы, ул һәр саҡ телефонын ала. Теге йәки был ваҡиға буйынса ярһып-ярһып берәй нәмә һөйләй, кәңәшләшә, уртаҡлаша башлаһам, тыныс ҡына тыңлап бөтә лә үҙенең уйҙарын белдерә һәм аҙаҡ: «Аптырама, һылыуым, донъя бит ул... Бына күрерһең, иртәгә икенсе кәйефле булырһың, иң мөһиме – үҙең, балаларың, ата-әсәң иҫән-һау, ғаиләңдә имен – тимәк, донъя имен. ҡалғаны үтә ул. Үҙеңде һаҡла», – ти. Әле лә бына уның кәңәшен тотам, аптырама, тигәс, аптырамайым. Көндәлек мәшәҡәт, ваҡ-төйәк баҫып барған ошо фани донъяла ғүмерҙәр­ҙең ҡәҙерен белер өсөн, шул хаҡта йәнә иҫкә төшөрөр өсөн һинең китеүең кәрәк булдымы икән ни, Ғилман ағай? Дин юлына баҫып, намаҙ уҡып, үҙең дә саҡ тыныслана башлаған кеүек инең. Шуныһы күңелде йылыта: бер-беребеҙҙең йылылыҡты тойоп йәшәнек. Әле мин үҙемде шуның менән йыуатам.

Лариса АБДУЛЛИНА.


Хушлашыу һүҙе

2011 йылдың 5 февралендә башҡорт йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. Юл фажиғәһендә шағир, йәмәғәт эшмәкәре, «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Ғилман Ғирфан улы Ишкинин мәрхүм булды. Уның беҙҙең аранан китеүе ғаиләһе, ағай-энеһе, туған-тыумасаһы өсөн генә түгел, бөтә башҡорт йәмәғәтселеге өсөн ҙур ҡайғы.
Ғилман, беҙ һинең һәр ваҡыт халыҡ яҙмышы өсөн янып, әсенеп йәшәгәнеңде онотмаҫбыҙ. Һин башҡорттарҙың Башҡортостанда хужа булып йәшәүен күрергә хыялландың. Киләсәктә һинең ошо хыялыңды тормошҡа ашырыуҙы беҙ үҙебеҙҙең бурысыбыҙ итеп ҡуясаҡбыҙ.
«Аҡтамыр», «Күк бүре», «Урал» башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән И. Агишев, А. Сәлмәнов, Р. Иҫәнов.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, талантлы шағир
ИШКИНИН
Ғилман Ғирфан улы

вафат булыу сәбәпле, уның әсәһенең, балаларының, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.


Элекке хеҙмәттәшебеҙ, шағир
ИШКИНИН
Ғилман Ғирфан улы

ваҡытһыҙ вафат булыу сәбәпле, уның ғаиләһе һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
«Шоңҡар» журналы редакцияһы.


Ғилман ИШКИНИН
«Сәскәләрем, күсем – хушығыҙ,
Кеше булып әгәр тыуа ҡалһам тағы,
Алынмаһын һеҙҙең һушығыҙ»


Ижад
Үҙеңә үҙең хужа булған ваҡыт...

Йәшен ҡамсыһы
ҡарт мөһабәт имән серен систе:
– Күктә лә бар минең тамырҙарым!

Кисеүҙә бесәндән ҡайтышлай
Һыуҙан таҙа булып булмаҫ! –
Түбәтәйен систе лә ҡарт
Арбаһынан эйелеп һыу эсте.

Көтөү
Саған тәңкәләрен һипкән –
Аллы-гөллө тротуар.
Автобус килмәһә, бәлки,
Тора-тора йыр тыуыр.

* * *
Һәм тышта ҡыш...
Ә тышта ҡыш,
Тышта һаман ҡыш.

Тәҙрәм төбөндә илай ҙа көлә,
илай ҙа көлә
Һирәкләнгән миләш суҡтары.

Бер аҙҙан, тәрән көрт йырып, һеҙгә
хәл белергә тиеп уҡталдым,
Тик, туҡтап ҡалдым...

Миләштәрем оса белә икән,
ҡанаттарын елпеп юҡ булды...

ҡыҙылтүштәр, әй, һеҙ –
ҡантүштәр,
йыуанысым миләш ине бит,
Улар кеүек күҙгә-күҙ терәшеп
тора алырһығыҙмы һеҙ ҡарашып?

ҡанатлы шул һеҙ, ахыры, мин дә
Артығыҙҙан ҡалмай илһамланып,
Миләш эҙләп осоп йөрөрмөн.

* * *
Ауылда йәшә.
Өфө тураһында хыяллан.

Өфөлә йәшә.
Мәскәүҙәргә барып яллан.

Мәскәүҙә лә бул.
Унан – Париж, Лондон,
Ерҙең башҡа хыял-ҡитғаларын
абынмайса яҙһын зарураттан
әйләнергә, ҡағып ҡапҡаларын.

... Ауылыңдан ситтә етемһерәп
туғандарың ятҡан зыяратты
ҡайтып күрергә лә ваҡыт ҡалһын.
Ғүмер аҙағына әле йыраҡтыр...

Тыуым һәм үлем
Шуның өсөн генә
Йәшәү етә...
Еләҫ майҙа аҡ ҡар булып яуған
Алмағастың сәскәләре йәл.
Мин ул туйҙы әле хәтерләйем,
Йәнгә һеңгән, тәнгә – изге мәл.
Шуның өсөн генә йәшәү етә...
Мин – бал ҡорто – тырыш,
дыуамал,
Шөғөлөм шул, хеҙмәт, аңлайым да,
Кемдәргәлер – дауа, кемгә – мал,
Шуның өсөн генә
Йәшәү етә...
Ятам әле ағыу-ҡаяуһыҙ,
Ярты юлда – зарураттан урап,
Һуң төшөндөм – кеше аяуһыҙ,
Шуның өсөн генә
йәшәү етә...
Сәскәләрем, күсем – хушығыҙ,
Кеше булып әгәр тыуа ҡалһам тағы,
Алынмаһын һеҙҙең һушығыҙ.

* * *
Мәңге бикле ишек кенә шығырламай.

* * *
Сәйер ҡош һин, илһам,
күпме саҡырып,
әҙме зарыҡтырып, ҡайылып,
уралаһың баш осомда минең,
кемебеҙгә етмәй ҡыйыулыҡ?

Сәйер ҡош һин, илһам –
Сәмреғошом,
Төш яныма, һаҡ бул,
Төн бында.
Тамырланып көткән йәнем, тәнем
ҡара батшалыҡтың төбөндә,
ҡара шаҡшылыҡтың өңөндә.

Яурыныма ҡун, ҡараңғылыҡ
аҙаштырҙы инде, эй, тамам,
йөрәгемдең итен ҡаптырайым,
ялап алсы, уңалт – ҡан тама.
Атылайыҡ икәү яҡтылыҡҡа,
яҡшылыҡҡа, ялан заманға,
ялҡытты ла мине был батшалыҡ,
алып ос һин мине асманға.