-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Ғинуар 2011, 14:38

Утлы һуғыш аша ҡайтты олатайҙар даны

ҡартатайым, һуғыш ветераны Ғиззәтулла тураһында яҙып үткем килә. Үкенескә күрә, ул беҙҙең арала юҡ инде. 88 йәшкә тиклем Әлшәй районының Себенле ауылында Гөлшәмсиә өләсәйем менән татыу ғүмер иттеләр. Алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уның һөйләгәндәрен бөгөнгөләй хәтерләйем. һуғыш йылдарын кисә генә булып үткән кеүек иҫкә ала торғайны. Бына нисегерәк булған ул йылдар:

– Фронтҡа мин 1941 йылдың 15 авгусында алындым. Беҙгә, йәш егеттәргә, нимәләр генә кисерергә тура килмәне. Шулай, ҡыҙыу алыштар барған саҡта, дошман ҡулына барып эләктем. Тотҡонлоҡта саҡта әле бер ауылда, әле икенсеһендә бикләп тоттолар, ауыр эш эшләттеләр. Бер нисә тапҡыр ҡасып та ҡараным. Шулай йөрөтә торғас, эшелондарға тейәп, Германияға оҙата башланылар. Эшелондар ҡуҙғалып киткәс, башта бер генә уй ине: нисек тә булһа юлда һикереп төшөп ҡалыу. Һәм, ысынлап та, хыялым тормошҡа ашты. Уңайлы мәлен табып, һикерҙем. Артабан, бәхетемә күрәлер инде, үҙебеҙҙең һалдаттарҙы осратып, үҙемдең часты таптым. Оҙаҡламай Еңеү көндәрен дә күрергә тура килде. Еңеү яуланды. Ауыр һынауҙар, һалдат дуҫтарыңды юғалтыу, һынылыштар – былар барыһы ла күңел түрендә онотолмаҫлыҡ яралар ҡалдырҙы.

Шулай итеп, ҡартатайыма йәш кенә көйөнә ауыр һынау­ҙар аша үтергә тура килә.
Лидиә ДИЛМӨХӘМӘТОВА,

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия

университеты студенты.