-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Ғинуар 2011, 14:37

Мәңгелек хәтер тантанаһы

Яңы ҡараныш – боронғо ҡотлоғужанан айырылып сыҡҡан ауыл. Бер-береһенә арҡа терәп йәнәшә һуҙылған дилбегә оҙонлоғо ике урамы ла Егән йылғаһына барып терәлә. Улар ыҡсым, йорттар төҙөк. Оло юлдан ситтә ятыуы сәбәпле, төпкөл ауылдан иҫәпләнә. Хрущев заманында, киләсәкһеҙ һаналып, электр утынан мәхрүм ителгәйне. Имеш, яңынан төп ауылға күсереп ултыртып, халыҡты тағы ла яҡтыраҡ мәҙәниәткә ирештерҙеләр.

Яңы ҡараныш – боронғо ҡотлоғужанан айырылып сыҡҡан ауыл. Бер-береһенә арҡа терәп йәнәшә һуҙылған дилбегә оҙонлоғо ике урамы ла Егән йылғаһына барып терәлә. Улар ыҡсым, йорттар төҙөк. Оло юлдан ситтә ятыуы сәбәпле, төпкөл ауылдан иҫәпләнә. Хрущев заманында, киләсәкһеҙ һаналып, электр утынан мәхрүм ителгәйне. Имеш, яңынан төп ауылға күсереп ултыртып, халыҡты тағы ла яҡтыраҡ мәҙәниәткә ирештерҙеләр.

Мөртәт Гитлер һуғыш башлағас, ошо 35 йортло ауылдан 83 ир-егет фронтҡа алын­ған. Башҡорттар менән бер булып һөргөнгә ебәрелгән муҡшылар ҙа йәшәй ине.

Ошо ауылдан Рафаил Ғарифуллин атлы уҙаман, һуғыштарҙы үтеп, алты йыл һалдат бутҡаһы ашап ҡайтҡандан һуң һәләк булып ҡалған ауылдаштары хаҡында хәсрәтләнеп йәшәне. Уның менән бала саҡтан танышмын – бер туған Миңләхмәт ағайым менән дуҫ булып үҫтеләр. Миңләхмәт гвардия рядовойы ине, бала саҡтан ат ене ҡағылғайны. 18 йәше тулып, ай ярым үтеүгә ул яу яланында ятып ҡалды.

Рафаил, нисә осрашһаҡ та, ана шул һәләк булғандар тураһында һүҙ башлай. ҡайһы тарафтарҙа ятып ҡалғанлыҡтарын тикшерә-асыҡлай торғас, күп йылдар уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Шулай ҙа, маладис, һәр береһенең мәғлүмәттәрен туплай алды Рафаил. Ана бит, уларҙың һәр береһенең исем-шәрифе бөгөн һәйкәлгә матур, күркәм хәрефтәр менән яҙылған һәм, иншалла, мәңгеләштерелгән.

Һәйкәл ауыл ҡапҡаһын үтеп, ауыл ситенә еткән урында, оло юл буйында урынлаш­ҡан. ҡаһармандар, гүйә, ҡайтып еткән дә, өйҙәренә таралырға баҙнат итмәй, ошонда тупланып, тарихи хәлдәр тураһында гәп ҡормаҡ булып туҡтап ҡалған.

Һәйкәлде асыу тантанаһы ҡыштың салт аяҙ ҡояшлы, һалҡын көнөнә тура килде. ҡунаҡтар күп ине.

Һәйкәлдең авторы һәм проектты үҙ көсө менән атҡарып сығарыусы Рафаил Ғарифуллин – оло ихтирамға лайыҡ уҙаман. Үҫмер сағында уҡ һәләтле ине: ҡулына ағасмы, тимерме алһа, йән өрмәйенсә туҡтамай. Уйын-көлкөгә, йыр-моңға маһир. Баянда, гармунда өҙҙөрөп уйнай. Һуғыштан ҡайтҡас, Ишембай ҡалаһында йәшәне. Машиналар эшләү заводында эшсе, инженер булараҡ дан ҡаҙанған, маһир конструктор, уйлап табыусы булды, оҙаҡ йылдар бүлек начальнигы вазифаһында эшләне. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Һәйкәл эшләтеү өсөн ул төрлө варианттарҙы ҡараны һәм, ниһайәт, пирамида формаһын һайланы. Иң юғары сифатлы биҙәкләү кирбесе ҡулланылды. Пирамиданың осонда ҡыҙыл йондоҙ балҡыһа, урта тәңгәлдә – Ватан һуғышы ордены. Уны еренә еткереп ҡойоуға завод белгестәре оҫталығын һалған. Әйткәндәй, завод директоры Рәшит Хәмзә улы Таһиров, тантанала ҡатнашып, Ғафури районы халҡының маҡтау һүҙҙәрен, рәхмәттәрен ишетте.

Был ҙур күләмле эште атҡарып сығарыу­ҙа Рафаил Карам улына предприятие апаруҡ ярҙам күрһәткән. Игенйылға ауыл хакимиәте башлығы Юнир Мәҡсүтов та ярҙам ҡулын һуҙҙы. Ә ауылдаштарҙың ярҙамын әйтеп тораһы ла юҡ. ҡулынан килгән һәр кеше нимә булһа ла эшләргә тырышты.

Тантана аҙағында авторҙың үҙенә, уға ихлас ярҙам ҡулы һуҙған ир-уҙамандарға Рәмил Бохаров район хакимиәте исеменән рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшыр­ҙы. Салт аяҙ зәңгәр күкте биҙәп, һәйкәлгә ал-ҡыҙыл сәскәләр һалынды. Һуңынан, Игенйылға ауыл мәктәбендә сәй мәжлесе уҙғарылғанда, ике күрше район хеҙмәттәшлеген нығытыу, тарихи хәтерҙе түкмәй-сәсмәй һаҡлау тураһында фекер алышыу булып алды.

Шулай итеп, һәйкәл асыу тантанаһы, бер кескәй ауыл сиктәренән сығып, оло байрамға сәбәпсе булды, район халҡын изге эшкә туплаусы сара һәм мәңгелек хәтер тантанаһы булып яңғыраны.
Фәрит ВӘХИТОВ.