-4 °С
Болотло
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Декабрь 2010, 14:18
Тыуған яҡҡа ҡайтыу
Үҙ ғүмерендә илле мең түгел, биш һум да отҡаны булманы уның. Аҡсаны, тәмле йоҡоларын ҡалдырып, әсе тире менән тапты. “Китап ене ҡағылғас, яҙмай тора алмайым”, – ти торғайны.Ысынлап та, Рәшит Солтангәрәев алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһынан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр тынғыһыҙ ижад юлында булды һәм әҙәбиәтебеҙҙә иң уҡылған авторҙарҙың береһе ине. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтен һәм публицистикаһын Рәшит Солтангәрәев ижадынан башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Вафатына тиҫтә йыл үтһә лә, уның әҫәрҙәре уҡымлы, популяр, бәхәс тыуҙырыусан. Хикәйә йәки мәҡәлә булһынмы, роман йәки повесмы, әҙиптең әҫәрҙәре уҡыусылар күңелендә тетрәнеү тыуҙыра, уйландыра. Улар һаман көндәлек тәнҡит мәҡәләләренең, йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙең, монографияларҙың уртаһында. Ә үҙең үлгәндән һуң да үҙең йәшәгән дәүерҙең ҡолағы, күҙе, теле була алыу һәр яҙыусыға ла бирелмәй ул.
Тыуған яҡҡа ҡайтыу
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?