Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Декабрь 2010, 16:58

Был тарих — үҙе бер ғорурлыҡ

Темәс ауылы республикабыҙҙың тарихи һәм мәҙәни усағы булараҡ бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. 2001 йылдың июнь айы ауыл халҡы өсөн бигерәк тә шатлыҡлы булды. Бында иң мөһим тарихи ваҡиға – бөйөк Зәки Вәлидигә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Сыуалышлы ауыр замандарҙа «башҡортом» тип янған Вәлиди халыҡты хәҙер үҙе ҡасандыр мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән бина ҡаршыһында сәләмләй. Нисәмә йыл дауамында арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен телгә алыу­ҙы тыйып килделәр, уға ҡара мөһөр таҡтылар. Уның шулай беҙгә әйләнеп ҡайтыуы, исемен мәңгеләштереү – милләтебеҙ өсөн оло бүләк. Бюстың скульпторы Хәйҙәр Ғариповҡа был изге эш менән ике йылдан ашыу ваҡыт шөғөлләнергә тура килә. Әйтергә кәрәк, автор арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тулы образын асып биреүгә өлгәшкән.

Был тарих — үҙе бер ғорурлыҡ
Был тарих — үҙе бер ғорурлыҡ
Темәс ауылы республикабыҙҙың тарихи һәм мәҙәни усағы булараҡ бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. 2001 йылдың июнь айы ауыл халҡы өсөн бигерәк тә шатлыҡлы булды. Бында иң мөһим тарихи ваҡиға – бөйөк Зәки Вәлидигә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Сыуалышлы ауыр замандарҙа «башҡортом» тип янған Вәлиди халыҡты хәҙер үҙе ҡасандыр мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән бина ҡаршыһында сәләмләй. Нисәмә йыл дауамында арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен телгә алыу­ҙы тыйып килделәр, уға ҡара мөһөр таҡтылар. Уның шулай беҙгә әйләнеп ҡайтыуы, исемен мәңгеләштереү – милләтебеҙ өсөн оло бүләк. Бюстың скульпторы Хәйҙәр Ғариповҡа был изге эш менән ике йылдан ашыу ваҡыт шөғөлләнергә тура килә. Әйтергә кәрәк, автор арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тулы образын асып биреүгә өлгәшкән.
Бөрйән башҡорттары араһында йөрөгәндә йәш тарихсыны халыҡтың йыр һәм музыкаһы, риүәйәттәре һәм дастандары, шәжәрәләре һәм ҡулъяҙма әҫәрҙәре ныҡ ҡыҙыҡтыра. ҡурайсыларҙың ҡурай моңдарын, йырсыларҙың йырҙарын тыңлау, аҡһаҡалдарҙан халыҡ әҙәбиәте үрнәктәрен ишетеү боронғо рухи байлыҡтың да һайыға барыуы, халыҡ хәтеренең йоҡарыуы хаҡында иҫкәртә. Әлегә күпмелер һаҡланып ҡалған был рухи мираҫты тиҙерәк яҙып алыу, киләсәккә илтеү хәстәрлеге уйландыра уны. «Хәҙер инде улар бик ғәзиз һаҡланырға тейеш, – ти ул. – Оҙаҡ үтмәҫ, ул оҙон көйҙәр кереп ҡалһалар, нота дәфтәрендә генә ҡалырҙар». Шуға күрә ҡайһы бер хәбәрҙәргә лә бик диҡҡәт менән ҡарай сәфәрсебеҙ. Бына ул Темәс һәм Күсей ауылдарында бер ҡурайсының «Мораҙым» көйөн уйнағанын ишетә. «Мин быны ишетергә бик теләнем. Сөнки ул ғәйәт ҡыҙыҡлы тарихи бер йырҙың көйөлөр, – тип яҙа. – Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың вәзире Иҙеүкәй үҙенең балаһы Нуретдин (Мораҙым) менән боҙолошҡан. Ошо хәдисә хаҡында бөтөн шимали төрктәрендә әллә ни ҡәҙәре хикәйәләр вә йырҙар һөйләнә. Радлов, Потанин, Мелиоранский, Вәли­ханов вә ғәйреләр был халыҡтағы хикәйә вә йырҙарҙы яҙып алғандар».
Сәйәсәт – бер нәмә, әммә әмәле, ғәмәле икенсе. Баш­ҡортостан үҙәк шураһы 16 ноябрҙәге (1919 йыл) 2-се һанлы фарманы менән Рәсәй составында Баш­ҡортостан мөхтәриәтен рәсми рә­үештә иғлан итә. Шулай Баш­ҡортостан хөкүмәте төҙөлә. Уның рәйесе итеп Юныс Бикбов һайлана. Әхмәтзәки Вәлидигә Хәрби һәм Эске эштәр идаралығы тапшырыла. Ай ҙа үтмәй, 8 декабрҙә Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай бинаһында Өсөнсө Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы тантаналы шарттарҙа асыла. Унда Ырымбур, Өфө, Һамар, Пермь губерналарынан килгән 223 делегат ҡатнаша. Был ҡоролтай йәнә Башҡорт милли ғәскәре төҙөргә ҡарар итә, уның Башҡорт ғәскәри идараһы ойошторола. Бына ошо эштәр ҙә Вәлидиҙең мөһим вазифаһына инә. Башҡортостандың 22 кешенән торған Кесе ҡоролтайы раҫлана. Улар хөкүмәт төҙөй.
Башҡортостан хөкүмәте Рәсәйҙә бына-бына граждандар һуғышы ҡабынып китергә торған иң киҫкен осорҙа булдырыла. Власть өсөн дау һәм алыш оло яуға әйләнеп китергә тора. Башҡорт хөкүмәте ағзалары Ырымбур большевиктары менән һөйләшеп килешер кеүек, рәйестәре Цвилинг уларға ыңғайыраҡ ҡарай. Әммә Ырымбур мосолман хәрби комитетындағы ҡораллы татарҙар башҡорттарҙы дошман күрә. Тап шулар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын, 17 февралдә төндә ҡулға алып, төрмәгә яптырып ҡуя. Шулай З. Вәлиди, С. Мираҫов, И. Мутин, Ғ. Айытбаев, Ә. Йәғәфәров, Ә. Әҙеһәмов һ.б. хөкүмәт ағзалары төрмәгә эләгә. Баймаҡ яғына ғәскәр тупларға ебәрелгән хөкүмәт ағзаларынан Ғимран Мағазов менән Ғабдулла Иҙелбаевты, тағы 16 башҡорт хәрбийен тотоп, атып үлтерәләр.
Граждандар һуғышы осоронда ғәскәр башлығы Әхмәтзәки Вәлиди, хәтәр план ҡороп, генерал Дутовты ҡулға төшөрөргә самалай. Әммә бер һатлыҡ йән татар сауҙагәре арҡаһында был план барып сыҡмай: Дутов ҡасып өлгөрә. Бындай хәлдә Башҡортостан хөкүмәтенә лә ғәскәре менән Ырымбурҙы, Аҡтүбә фронты участкаһын ташлап китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Таң менән Ырымбурҙағы ғәскәрҙәрҙе аяҡҡа баҫтырып, тимер юл станцияһына бер эшелон вагондарға тейәлеп, төшкә тиклем ҡаланан ҡуҙғалып, Һаҡмар менән Орск араһындағы юлда станцияларҙы үҙ ҡулдарына алалар. Хөкүмәтте Баймаҡ – Таналыҡ тарафына, Темәскә күсерәләр. Ул осор­ҙа Ырымбур менән Өфө араһындағы 400 саҡрым оҙонлоҡтағы фронтты тотоп тороуҙа Башҡорт ғәскәре төп көстәрҙең береһе була. Шуға Әхмәтзәки Вәлиди ваҡытлы идара үҙәген һәм штабын Башҡортостандың көньяғындағы Ермолаевка тигән ҙур урыҫ ауылына туплай.
«Хәтирәләр» китабында ғалим хөкүмәтте Темәстән күсергән саҡта булған ҡанлы ваҡиға тураһында ошоларҙы яҙа: «Улар (йәғни ҡыҙылдар) бер нисә татар һәм башҡорт менәүерҙәрен тотоп үлтерҙе. Иң башта милли шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич менән мөхәрриребеҙ Ғәбделхай Иркәбай иҫкә төшә. Темәстән хөкүмәт, Колчак һөжүменән һаҡланып, Стәр­летамаҡҡа күсерелергә тейеш. Шәйехзада арҡаҙаштары менән бергә бик яҡшы ойошторолған матбуғатыбыҙ менән хөкүмәт архивын күсерә ине. Уларҙы ҡыҙылдар, Йылайыр заводында тотоп, вәхшиҙәрсә үлтерҙе».
1919 йылдың 18 февралендә Башҡортостан хөкүмәте Темәс ауылында үҙенең совет власы яғына сығыуы тураһында рәсми рәүештә иғлан итә һәм ҡыҙыл армия башҡорт ғәскәренең 7 полкы иҫәбенә 6500 яугир менән тулылана. Шул уҡ көндәрҙә, 1919 йылдың 21 февралендә, Темәстә Беренсе Бөтә башҡорт хәрби съезы үҙ эшен башлай. Унда башҡорт ғәскәренең һәр бер рота һәм эскадронынан һайланған делегаттар, полк һәм дивизия командирҙары, Баш­ҡортостан хөкүмәте һәм шураһы ағзалары булып, бөтәһе 92 делегат ҡатнаша. Шунда уҡ Ваҡытлы Башҡорт революцион комитеты (Башревком) төҙөлә. Съезд шулай уҡ Башревком янында Халыҡ Комиссарҙары Советы (Баш­совнарком) төҙөй. 22 февралдә Башревкомдың ойоштороу мәсьәләләренә арналған ултырышы үтә. Унда Башревком рәйесе булып Әхмәтзәки Вәлиди, уның урынбаҫарҙары булып М. ҡулаев менән Г. ҡарамышев, сәркәтибе булып С. Мағазов һайлана. Башҡортостан хөкүмәте үҙенең 24-се фарманы менән Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһында власть бөтә тулылығында Башҡортостан ваҡытлы революцион комитетына тапшырылыуы тураһында иғлан итә.
23 февралдә Темәстә Баш­ревком тарафынан дәүләт идаралығын ойоштороу буйынса комиссариаттар һәм бүлектәр төҙөлә. Уларҙы Башревком ағзалары етәкләй: мәғариф комиссары – А. Йәғәфәров, хеҙмәт комиссары – И. Алкин, ер эштәре комиссары – Ғ. Айытбаев, финанс һәм һаулыҡ һаҡлау комиссары – Г. ҡыуатов, совнархоз рәйесе – Г. ҡарамышев, аҙыҡ-түлек комиссары – А. Әҙеһәмов, юстиция эштәре комиссары – Ю. Бикбов, хәрби комиссар – Ә. Вәлидов, эске эштәр һәм милли мәсьәләләр буйынса бүлек начальнигы – Ф. Төхвәтуллин, мәғлүмәт, өгөт-нәсихәт, ойоштороу эштәре буйынса бүлек начальнигы – С. Мағазов.
1919 йылдың мартында Темәс ауылында «Башҡортостан хәрби инҡилаби комитетының мөхбире» исемле ижтимағи-сәйәси гәзит сыға башлай. Ул аҙнаға ике тапҡыр башҡорт телендә «Йәшәһен Совет Социалистик Рәсәй!», «Йәшәһен автономиялы Башҡортостан!» лозунгылары аҫтында нәшер ителә. Ошо йылдың 3 мартында Орск өйәҙенең Темәс ауылында Башревком ҡарары менән Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы (БашВЧК) төҙөлә. Был контрреволюция, спекуляция һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш органы була. Уның тәүге рәйесе итеп Әхмәҙулла Бейешев тәғәйенләнә.
20 мартта Кремлдә «Үҙәк совет власының Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеү» договорына ҡул ҡуйыла. Рәсәй Совет Федерацияһы яғынан уға М. Владимирский, И. Сталин, А. Енукидзе, Башҡорт хөкүмәте яғынан М. ҡулаев, М. Халиҡов, А. Бикбов ҡул ҡуя. Килешеү 23 мартта «Известия» гәзитендә баҫылып сыға. Ошо дата – 1919 йылдың 23 марты Башҡорт Совет Автоно­миялы Республикаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.
Рәсми сығанаҡтарҙан күренеүенсә (Ғ. Хөсәйенов. «Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик китап», 2000; Вәлиди Ә. «Баш­ҡорттарҙың тарихы», «Төрк һәм татар тарихы», 1994), Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошо – ҡабатланмаҫ бер тарихи күренеш. Ошо тарихи күренештең бер остоғо Баймаҡ районында булыуы ла оло мәртәбә.

Земфира ТАҺИРОВА.
Читайте нас: