Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Октябрь 2010, 14:56

Олатайымдың күргәндәре гәзит битенә һыймаҫ

Олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәббәс Аҫылгәрәй улы Аҫылгәрәев 1903 йылдың 5 апрелендә Бүздәк районының ҡаңны-Төркәй ауылында тыуа. Революцияға тиклем һәм унан һуң да, колхоз ойошторолғансы, иген игәләр, күп итеп мал аҫрайҙар. Хәлле йәшәйҙәр. Ул беренселәрҙән булып «Сынташ» колхозына, дүрт атын, ике һыйырын, ат-һабанын биреп, инә. Колхозда ярышып эшләйҙәр, бригада менән бригада ярышҡанда олатайымдың звеноһы гел алда була. Бесәнгә төшөп, тыныс ҡына эшләп йөрөгәндә һуғыш башлана.

Олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәббәс Аҫылгәрәй улы Аҫылгәрәев 1903 йылдың 5 апрелендә Бүздәк районының ҡаңны-Төркәй ауылында тыуа. Революцияға тиклем һәм унан һуң да, колхоз ойошторолғансы, иген игәләр, күп итеп мал аҫрайҙар. Хәлле йәшәйҙәр. Ул беренселәрҙән булып «Сынташ» колхозына, дүрт атын, ике һыйырын, ат-һабанын биреп, инә. Колхозда ярышып эшләйҙәр, бригада менән бригада ярышҡанда олатайымдың звеноһы гел алда була. Бесәнгә төшөп, тыныс ҡына эшләп йөрөгәндә һуғыш башлана.

1941 йылдың 13 авгусында ҡаңны-Төркәй ауылынан Ғәббәс Аҫылгәрәев, Кәбир Хәбиров, Баймөхәмәт Байсурин, Солтанай Мөрсәлимов, Хәжиәхмәт Миңләхмәтов һәм Солтан Дәүләтов һуғышҡа китә. Улар бөтәһе лә 1942 йылдың майына тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хәрби әҙерлек курсы үтә. Ә 12 мартта, аттары менән бергә эшелонға тейәлешеп, Шайморатов генерал етәкселегендә Сталинград өлкәһендә һуғышҡа барып инәләр.

Өфө, Дим станцияһы. Дивизия командиры полковник М. Шайморатов кавалерия ғәскәр­ҙәрендә исеме күптән билдәле, баһадир кәүҙәле майор Күсимовты ихлас ҡаршы ала. Тәүге осрашыуҙан бер-береһен аңлашалар.

Полкты һуғышҡа әҙерләү өсөн ҡыҙыу көндәр башлана. Күсимов һәр ваҡыт һалдаттар араһында. Иң тәүҙә ул бөтә ерҙә тәртип урынлаштыра. Һәм был эште ашхананан башлай. Хәрби-сәйәси әҙерлек иһә полк командирының төп хәстәрлегенә әйләнә. Шуның менән бергә, кавалеристарҙан бик ауыр көндәлек физик эш, күнегеүҙәр, аттарҙы тәрбиәләп тороу, тәртипкә күнектереү талап ителә. Республика милли дивизияны әҙерләү өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй. Башҡортостан етәкселегенең өндәмәһенә яуап итеп, 4000 кеше сафҡа баҫа. Дивизияға 5650 баш ат туплана.

Дивизия формалашыу тамамланған көндәр­ҙә, март уртаһында, Өфөгә К. Ворошилов килә, хәрби әҙерлеккә һәйбәт баһа бирә. 1942 йылдың 22 мартында, ул ваҡыттағыса, Башҡорт АССР-ның тыуған көнө алдынан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы шарттарҙа ҡыҙыл байраҡ тапшырыла.

1942 йылдың 12 апрелендә Т. Күсимов полкы тейәлгән эшелон беренсе булып ҡуҙғалып китә. Ике аҙна үтеүгә башҡорт атлылары Тула өлкәһенең Сафоновка станцияһына етеп, поездан төшә. Фронтҡа килеп етеү менән полк­тар яңы номерҙар менән билдәләнә. Таһир Күсимов полкы – 275-се, Ғариф Маҡаевтыҡы – 313-сө, Гәрәй Нафиҡовтыҡы 294-се тип атала башлай. Был ваҡытта улар – майор званиеһындағы кадровый офицерҙар. Өсөһөнә лә дәһшәтле яу яланында бик күп ут-һыу үтәһе, үҙ полктары менән командалыҡ итеп, тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтәһе бар әле.

Башҡорт дивизияһынан бик һирәктәр иҫән ҡала. Хатта 1943 йылдың февралендә рейдта ҡанһырап сыҡҡандан һуң уны артабан башҡорт ир-егеттәре менән тулыландырыу өсөн резерв та таба алмай башлайҙар.

1942 йылдың июне аҙағы. Полк Олым йылғаһының уң яҡ яры буйында оборона тотор­ға бойороҡ ала. Унда дүрт атлы эскадрон, минометтарҙан торған өс батарея, барлығы 600 – 700 һуғышсы була. Оборона һуғыштары ваҡытында кавалеристар, әлбиттә, аттарынан төшөп, позицияла урын ала. Полк алты саҡрым­ға һуҙылған фронт һыҙығында оборона тоторға тейеш була. Был норманан күпкә артығыраҡ. Өҫтәүенә, ҡаршы яҡта дошман өс-дүрт тапҡырға күберәк, улар пулеметтар, автоматтар менән ҡоралланған. Ул яҡтан артиллерия ла көслөрәк, дошман тын да алдырмай, утҡа тота.

Дивизияның 1943 йылдың февралендә дошман тылына яһаған тәрән рейды, унда башҡорт атлыларының тиңһеҙ батырлыҡтары һәм иҫәп­һеҙ-һанһыҙ юғалтыуҙары тураһында беҙҙең тарихта яҡшы билдәле. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: 4 мең кешелек дивизияла рейдтан сыҡҡанда 300 самаһы ғына кеше иҫән ҡала. Был инде һәр ун кешенән берәү тигән һүҙ. Олатайымдың дүрт йыл буйына күргәндәренең бөтәһен дә яҙһаң, гәзит биттәре етмәҫ...

2003 йылдың февралендә телевизорҙан 23 февралгә арналған тапшырыу бара. ҡариҙел районынан һуғыш ветераны Хафиз Вәғиз улы Сафиндан интервью алалар. «Мин был көнгә тиклем йәшәмәгән булыр инем. ҡаты яраланып, контузияланғанда бер һалдат үҙенең плащ-палаткаһына һалып, һуғыш эсенән һөйрәп алып сыҡты. Ул һалдат – Бүздәк районының ҡаңны-Төркәй ауылынан Ғәббәс Аҫылгәрәев. Мин уға ғүмерем буйы рәхмәт уҡыным», – тип рәхмәтен белдерҙе ветеран. Был тапшырыуҙан һуң олатайымдың ҡыҙы – әсәйем, Мөнирә Ғәббәс ҡыҙы, Хафиз Вәғиз улының адресын табып, уның менән бәйләнешкә инде. Һөйләшеү оҙаҡ барманы, сөнки Хафиз олатай, күңеле тулып илап, үҙенең йөрөй алмағанлығын әйтте. Беҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул ваҡытта ветеран ҡариҙел ҡасабаһында М. Горький урамында йәшәй ине.

Олатайым 1945 йылдың авгусында һуғыштан иҫән-һау, үҙе менән «иҫтәлеккә» тәнендә снаряд ярсыҡтары алып ҡайтҡан. ҡайтыу менән колхоз эшенә тотонған. Йәй көнө иген иккән, ҡышын ат менән Белорет, ҡариҙел райондарына урман ҡырҡырға барған.

ҡәҙерлебеҙ 1985 йылдың 28 майында ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды.
Нәйлә БАЙЫМОВА.

Бүздәк районы,

ҡаңны-Төркәй ауылы.
Читайте нас: