Икенсе олатайым Муллабай Айытбай улы Байбулатов 1924 йылда Баймаҡ районының Ғәле ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алына. Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе олатайым Курск дуғаһында, Эстонияла, Балтик диңгеҙе буйында барған алыштарҙа дошманды ҡыйрата. Курск дуғаһынан һуң ул Иранда, Тәһранда фашизмға ҡаршы коалиция илдәренең конференцияһы уҙғарылған мәлдә хәүефһеҙлек урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
1944 йылда ҡаты яралана, өс ай госпиталдә дауалана. Һуғыш тамамланғас, хеҙмәтен Таллин ҡалаһында дауам итә. 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Олатайым Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Шул уҡ йылдың көҙөндә фронтовик Баймаҡ районының Фәйзулла ауылы ҡыҙы Вәғиҙәгә өйләнә.
Өләсәйем 14 йәшенән Чапаев исемендәге колхоздың һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй. Һуғыштан һуң ҡырсылыҡта ашнаҡсы вазифаһын атҡара. 1971 йылда Татлыбай ауылына күсеп килә. Хаҡлы ялға мәктәп яны интернатында йыйыштырыусы булып сыҡты.
Улар 62 йыл бергә ғүмер итә. Ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өләсәйебеҙ II дәрәжә «Әсәлек даны» ордены, I дәрәжә «Әсәлек» миҙалы менән бүләкләнгән. Уларҙың әлеге көндә 17 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәһе бар.
Беҙ ике олатайыбыҙ менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Оло Еңеү яулаған яугирҙарға теләктәрҙең иң изгеләрен генә теләйбеҙ. Улар бит беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән. Күптәре яу яланында башын һалған. Иҫән ҡалған олатайҙарҙың, инәйҙәрҙең тән яралары уңалһа ла, йөрәк яралары әле лә уңалмай.