-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Сентябрь 2010, 22:45

Еңеү түбәһен еңде лә ул...

Альпинистарҙың Тянь-Шань тауындағы Еңеү түбәһенә артылыуы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде. Улар ара­һында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа булып, Баш­ҡортостан флагын иң бейек нөктәгә ҡаҙар­ға ниәтләгәйнеләр. Маҡсаттарына ирештеләр, тик кирегә юллан­ғанда 7000 метр бейеклектә тотҡарланалар. Үкенескә күрә, экспедицияның бер нисә ағзаһы һәләк була. Кислород етмәүҙән мейеләре шешенгән, ти табиптар. Үлеүселәр араһында Өфө егете Кирилл Мохов та бар. Уның иптәштәре һөйләүенсә, бергә бик күп үрҙәрҙе артылғандар. Кирилл һәр ваҡыт маҡсатҡа ынтылыусан, ярҙамсыл булған.

Альпинистарҙың Тянь-Шань тауындағы Еңеү түбәһенә артылыуы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде.
Улар ара­һында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа булып, Баш­ҡортостан флагын иң бейек нөктәгә ҡаҙар­ға ниәтләгәйнеләр. Маҡсаттарына ирештеләр, тик кирегә юллан­ғанда 7000 метр бейеклектә тотҡарланалар. Үкенескә күрә, экспедицияның бер нисә ағзаһы һәләк була. Кислород етмәүҙән мейеләре шешенгән, ти табиптар. Үлеүселәр араһында Өфө егете Кирилл Мохов та бар. Уның иптәштәре һөйләүенсә, бергә бик күп үрҙәрҙе артылғандар. Кирилл һәр ваҡыт маҡсатҡа ынтылыусан, ярҙамсыл булған.
Еңеү түбәһенә менеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Альпинистар 7439 метр бейеклеккә үрләргә теләй, әммә һәр кем унда барып етә алмай. Был юлы ла уға бер нисә метр ғына ҡалғас, ныҡ һыуытыу һәм ҡар яуыу һөҙөмтәһендә кирегә юлланалар. Ошонда күптәре йә аяҡ-ҡулын туңдыра, йә пневмонияға дусар була. Әле сирлеләр дауаханала ята. Өфө альпинисының кәүҙәһе иһә мәңгелеккә тауҙа ҡаласаҡ, уны төшөрөү башҡаларға хәүеф менән янай.
А. ЗИННУРОВА.