"Йәшлек" гүзәле
15 Сентября , 00:55

Радмила ТУҠАЕВА

Ҡаршы алығыҙ: Өфө дәүләт нефть техник университетының бе­ренсе курс студенткаһы Рад­мила. Баш ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙ ошо көндәрҙә генә бер түгел, өс уҡыу йортона бюджет бүлегенә үтеп, артабан белемен тыуған ҡалаһында камиллаштырырға хәл итте. Ул инженер-химик буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google


Тыныс холоҡло һылыуҡай маҡ­сат­лы булыуы менән айырылып тора. Һәр класта алға этеүсе, үҙенең артынан эйәртеүсе уҡыусылар була. 108-се мәктәпте уңышлы тамам­лаған Радмила – тап шундайҙарҙан. Ҡатмарлы мәсьәлә килеп тыуғанда ул ҙур ярҙамсы булды, ти ип­тәштәре. Һәр саҡ уҡытыусыларҙың уң ҡулы ине, мәктәптәге сараларҙы йыш ҡына алып барҙы. Староста вазифаһын башҡарҙы. Хәҙер вузда ла һынатмаҫ!
– Ошо ике йылы башлыса имти­хандарға әҙерләнеү менән үтһә лә, ҡыҙым буш ваҡытында ирек­мәнлек менән ихлас шөғөлләнде, – ти әсәһе Гөлнара Наил ҡыҙы. – Ике туған Әҙилә апаһы менән ниндәй генә акцияла ҡатнашманылар! 
Радмила спорт менән дә шө­ғөлләнә: волейбол, фитнесты үҙ итә. Сәйәхәт итергә ярата. Ки­ләсәктә үҙен уңышлы ханым итеп күрергә теләй. 
Л. МӘҮЛИТОВА.