"Йәшлек" гүзәле
19 Августа , 01:00

Гөлнәзирә ҺӨЙӨШЕВА

***

– Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе – Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында  2005 йылдың 13 июлендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым менән әсәйем мине матур гөл-сәскәгә оҡшатып, Гөлнәзирә тип исем ҡушҡан. 
Ауылым мәктәбендә туғыҙ класты тамамлағандан һуң,  Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында дүрт йыл уҡып, яңы ғына дипломлы белгес булдым. Гел “бишле” билдәләренә генә өлгәштем. Төрлө конкурста ҡатнашып торҙом, вокал, башҡорт теле, моделлинг буйынса еңеүҙәрем бар. Президент стипендиаты ла мин. 
Әле хыялым – юғары уҡыу йортона инеү.
Ә һайлаған һөнәрем матурлыҡ менән бәйле: дизайнер буласаҡмын. Фотоға төшөргә, тирә-йүнде видеоға төшөрөргә яратам.
Йәйемде атай-әсәйем, апайым, ике һылыуым менән бергә бал ҡорттары ҡарап, бесән эшләп үткәрәм. Ғаиләм менән уҙғарған ваҡыт – иң күңеллеһе!

Читайте нас