

Иҫ киткес мөләйем, тырыш һәм матур башҡорт ҡыҙы Әлшәй районының Раевка ауылында тыуып үҫкән. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында белем алған, һуңынан Бәләбәй медицина колледжын уңышлы тамамлаған. Әлеге ваҡытта Айгөл баш ҡалабыҙҙа шәфҡәт туташы булып эшләй.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ бәләкәйҙән эшһөйәр, ярҙамсыл һәм изге күңелле булып үҫә. Тап кешеләргә ярҙам итеү теләге уны буласаҡ һөнәренә алып килә лә инде. Айгөл көн һайын иғтибарға мохтаж булғандарға ваҡыт бүлергә тырыша, эшенән илһам һәм ҡәнәғәтлек ала.
Һылыуҡайыбыҙ аш-һыу әҙерләргә оҫта, тәмлекәстәр менән яҡындарын ҡыуандырып ҡына тора. Шулай уҡ машина йөрөтөргә ярата.
– Рулдә үҙемде ирекле һәм бойондороҡһоҙ итеп тоям. Яңы урындарҙы күреү, сәйәхәттәр дәрт өҫтәй, – ти Айгөл. – Мин – бәхетле, донъяны һөйәм һәм йәшәүҙән ҡәнәғәтлек алам!
Л. МӘҮЛИТОВА.