

Киләһе ҡатнашыусыбыҙға – 19 йәш. Сибай ҡыҙы республикабыҙҙың баш ҡалаһында белем ала. Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының II курсын тамамлаған. Ализа бөтә яҡтан әүҙем, юҡҡа ғына уны төркөмгә староста итеп һайламағандар.
Бәләкәйҙән яуаплы булып үҫә ул. Ата-әсәһенә – таяныс, ярҙамсы,
һеңлеһе менән ҡустыһына өлгө булып, уларҙы ҡарап йөрөтә.
Гитарала уйнап йырларға, тәмлекәстәр бешерергә әүәҫ һылыуҡай бер минутын да бушҡа үткәрмәй. Ә хыялы – тәфтишсе булыу. Ализаның яҡшы ғына уҡып бөтөп, һөнәре буйынса эш табып, халҡыбыҙға
хеҙмәт иткеһе килә.
Л. МӘҮЛИТОВА.