"Йәшлек" гүзәле
28 Июль , 01:00

Камила ХӘЛИЛОВА

***

16 йәшлек һылыуҡай ошо көндәрҙә Өфөләге 16-сы гимназияның IX синыфын   “4”, “5” билдәләренә генә тамамланы. Тырыш, аҡыллы, маҡсатына ынтылыусан,      шул уҡ ваҡытта                   тыныс ҡына ҡыҙ ул.
Шөғөлдәренә килгәндә, Камилаға сәйәхәт итеү оҡшай. Саҡ ҡына буш ваҡыттары булдымы, ғаиләләре менән яҡын-тирәләге матур урындарҙа йөрөп киләләр. Ҡыҙ ошо мәлдә айырыуса тәбиғәт күренештәрен күҙәтергә, уларҙы фотоға төшөрөргә ярата.
Ҡул эштәре менән дә шөғөлләнә – сәйләндән биҙәүестәр үреүҙе үҙ итә. Йырларға оҫта. Күп үҫмер ҡыҙҙар кеүек, социаль селтәрҙә үҙенең блогын алып бара, тормошо хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Әсәһенә ярҙамсы ла, һеңлеһенә өлгөлө апай ҙа ул Камила. Киләсәктә бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын!

Л. РАИЛОВА.

Читайте нас