

Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Зилиә университетта ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Беренсе курстан алып барлыҡ бәйгелә әүҙем ҡатнаша, "Шоңҡар" әҙәби берекмәһенә лә йөрөй. “Тамыр” телеканалының "Күпер" тапшырыуын алып бара.
Таулы Алтайҙа Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ғилми эштәр конкурсында еңеүсе, фәнни конференцияларҙа ла әүҙем ҡатнашыусы ул. Тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн факультеттың Мифтахетдин Аҡмулла стипендияһына лайыҡ булды. Афарин!
Л. МӘҮЛИТОВА.