

Әле Өфө фән һәм технологиялар университетында уңышлы белем ала. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының башҡорт-ҡытай бүлегендә уҡый. Айзилә төплө белем алып ҡына ҡалмай, факультет тормошонда ҡайнап йәшәй: “Осҡон” театрында шөғөлләнә. “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһендә ағза, шиғырҙар яҙа. Таулы Алтай Республикаһында үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ике йыл рәттән ҡатнашып, факультет командаһы менән ике тапҡыр еңеү яулап ҡайтҡан, ә шәхси беренселектә Рәсәйҙән йыйылған студенттар араһында абсолют еңеүсе булған. Ҡытай университетында ярты йыл белемен камиллаштырған, әле лә ҡытай телен ныҡлап өйрәнеүҙе дауам итә. Шуға ла ошо уңыштары өсөн Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендия лауреаты булғанына аптырарға түгел.
Алсаҡ, зирәк ҡыҙға яңынан-яңы уңыштар ғына насип булһын!
Л. МӘҮЛИТОВА.