

Алина Өфө тармаҡ технологиялары колледжында белем ала. Документтар һәм архив менән бәйле йүнәлеште һайлаған ул. Был һөнәр үҙенең перспективалы булыуы менән йәлеп итте, ти ҡыҙ. Киләсәктә үҙенең эшен дә асмаҡсы.
Алина буш ваҡытын ижадҡа бағышлай: һүрәт төшөрөргә ярата. Ҡыҙҙың барлыҡ гәзит уҡыусыға теләге – юлдарығыҙҙа изге кешеләр генә осраһын, бәхетле булығыҙ!
Л. РАИЛОВА.