"Йәшлек" гүзәле
2 Июня , 00:55

София ЛУКЬЯНОВА

17 йәшлек һылыуҡайыбыҙ – Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан. Мәктәптән һуң уҡыуын дауам итеү өсөн Өфөләге колледждарҙың береһен һайлаған ул – документтар һәм архив буйынса белгес булмаҡсы. 


София буш ваҡытында әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән мауыға, классик яҙыусыларҙы үҙ итә. Йәнә фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһына. 
– Мин тирә-йүндәге үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе мәңгелеккә тотоп ҡалырға тырышам, – ти ул. – Һәр көндә ниндәйҙер матурлыҡ бар бит. 
Софияның хыялы – уҡыуҙы уңышлы тамамлап, һөнәре буйынса эшләү. Тағы ла китаптар донъяһы һәм фотоға төшөрөү үҙенсәлектәре хаҡында блог алып барырға ла уйлай. 

Л. МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас