Әлиә МИҺРАНОВА

Был һылыуҡайыбыҙ Өфө ҡалаһында тыуған.

48-се башҡорт лицейын тик "бишле" билдәләренә генә тамамлап, бөгөн медицина тауына үрләй – фельдшерлыҡҡа уҡып йөрөй. 
Әлиә бәләкәйҙән матур итеп һүрәт төшөрә. Мәктәп йылдарында барлыҡ сарала ла әүҙем ҡатнаша, бер нисә йыл КВН командаһында уйнай. Белем усағындағы "Матурҡай" конкурсында беренселекте лә ала. 
Ҡыҙ төрлө аш-һыу, тәмлекәс бешерергә ярата. Дүрт балалы ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, ата-әсәһенең ныҡлы терәге, ярҙамсыһы. Бөтә ергә өлгөрә ул: йәйге каникул етһә, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһында регистратор булып эшләй. Буш ваҡытында үҙ салонында маникюр яһап, гүзәл затты ҡыуандыра. Ә киләсәктә Әлиә үҙен табип тип күрә: кешеләргә тик изгелек кенә өләшергә ниәтләй.

Л. МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас