

Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төркөм старостаһы.
Гүзәл – бигерәк аҡыллы ҡыҙ: төрлө ғилми мәҡәләләре менән конференцияларҙа сығыш яһай, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа ҡатнаша. Жәлил Кейекбаев һәм Рауил Бикбаев исемендәге стипендиялар лауреаты.
Уҡыуҙан тыш, Гүзәл Башҡортостан юлдаш телеканалында уңышлы эшләп йөрөй. Тырыш, яуаплы ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ.
Л. РАИЛОВА.