

Ул – башҡорт-ҡытай бүлегенең тырыш студенты, төркөмөнөң бик яуаплы старостаһы. Үҙе “бишле"гә генә өлгәшә, үҙе ғилми мәҡәләләр яҙа, бер нисә сит телде һыу кеүек эсә... Ә иң мөһиме – рус ҡыҙы Анжелика тырышып-тырмашып башҡорт телен өйрәнә!
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп, бер миллион һумлыҡ грант та яулаған һылыуҡай. Уның проекты сит телдәрҙе өйрәнеүгә арналған. Афарин!
Л. МӘҮЛИТОВА.