+5 °С
Облачно


Ләйсән «Йәнгүзәл» этно-фольклор ансамблендә шөғөлләнә, ҡурайҙа оҫта уйнай. «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе ағзаһы булараҡ, башҡорт халҡының бөйөк эпосын яттан белә.
Ҡыҙ төрлө тел менән ҡыҙыҡһына. Наньчан ҡалаһының Цзяотун университетында ярты йыллыҡ стажировкала ла булып ҡайтҡан. Һәр ваҡыт шулай дәртле, рухлы бул, Ләйсән!
Л. МӘҮЛИТОВА.