"Йәшлек" гүзәле
21 Апреля , 00:55

Нурия ҒИЛМУЛЛИНА

Илеш районының баҫҡан ерендә ут сығарып торған шәп ҡыҙы Өфө фән һәм тех­но­ло­гиялар университетында белем ала. Башҡорт фило­ло­гияһы, шәрҡиәт һәм журна­листика факультетының ма­гистрату­раһында уҡый ул. 


Нурия бакалавриатта белем алғанда уҡ күләмле сараларҙың алмаштырғыһыҙ алып барыу­сыһы була, бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Гел “бишле”гә уҡып, ҡыҙыл диплом алыуға ирешә. Таулы Алтай Респуб­ликаһында үткән Бөтә Рәсәй олимпиа­даһында факультет командаһы менән еңеү яулап та ҡайта. 
Башҡорт филологияһы, шәр­ҡиәт һәм журналистика фа­культетында арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар йыш үтә. Тап ошондай сараларҙың бе­реһендә “Башҡортостан 24” телеканалы хеҙмәткәрҙәре сос, егәрле Нурияны күреп ҡалып, үҙҙәренә саҡыра. Хәҙер һы­лыуҡайыбыҙ унда хәбәрсе бу­лып эшләй. Сағыу, маҡсатлы ҡыҙҙың киләсәге яҡты булһын!

Л. РАИЛОВА.

Читайте нас