

Бәләкәйҙән шуҡ, теремек, шаян ҡыҙ булып үҫә Илзидә. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияны тамамлап, Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инә. Башҡорт-ҡытай бүлегендә белем алғас, Ҡытай Республикаһының Наньчан ҡалаһында ярты йыллыҡ стажировка үтеп ҡайтыу бәхетенә лә ирешә.
Тырыш, аҡыллы ҡыҙ – факультеттың иң әүҙем студенттарының береһе. I курстан уҡ һәр сарала әүҙем ҡатнаша, туған теленә, мәҙәниәтенә тоғро. Ошо уҡыу йылында иһә Мостай Кәрим исемендәге фондтың грантына лайыҡ булды. Бейергә ярата: Илзидә – "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алмаштырғыһыҙ солисы. Һылыуҡайҙы алда ла яңынан-яңы үрҙәр көтһөн!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.