"Йәшлек" гүзәле
19 Марта , 01:00

Гөлсөм ҒӘЛИНА

– Мин Ишембай райо­ны­ның Урман-Бишҡаҙаҡ ауы­лында йә­шәйем. Әхмәтзәки Вәлиди исе­мендәге 2-се башҡорт гим­на­зия-интер­натының IX кла­сында уҡы­йым. Яҡшы өл­гә­шәм, йыш ҡына фәнни-ғәмәли кон­фе­рен­цияларҙа ҡатнашам. Ин­глиз теле, әҙәбиәт һәм йәм­ғиәтте өйрәнеү фәндәре – иң яратҡан дәрестәрем. 


Оҡшаған шөғөлдәрем күп. Күңелем ижадҡа тартыла: скрип­кала уйнайым, йыр­ларға яратам. Музыка – тор­мошом­доң ҙур өлөшө, ул миңә бала сағымдан уҡ яҡын. "Урал ба­тыр" эпосын яттан һөйләү кон­курсында ҡат­наштым. 
Буш ваҡытымда туған­да­рым, иптәштәрем менән ҡы­ҙыҡ­лы видеолар төшө­рәм, сәйәхәт итергә яратам – рес­публикам тураһында кү­берәк белергә те­ләйем. Ә йәйге каникул ва­ҡы­тында Торатау эргәһендә эш­ләйем.
4 балалы ғаиләлә мин – иң олоһо. Атайымды, әсәйемде, һеңлекәшемде һәм ҡусты­ла­рымды бик яратам. Бә­лә­кә­йе­рәк балаларға дәрес­тәр эш­ләргә ярҙам итәм, уларға өлгө булырға тырышам.
Киләсәктә сит телдәр өй­рә­нергә һәм тәржемәсе булып эшләргә хыялым бар.

Л.Мәүлитова. 

Читайте нас