"Йәшлек" гүзәле
12 Март , 00:55

Әҙилә НАФИҠОВА

***

Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияны ал­тын миҙалға тамамлаған ҡыҙ бар яҡтан да өлгөлө.  Ул – белем усағындағы бөтә са­раны алып барыусы, йырға һәләтлеләр араһында үт­кә­релгән “Сулпылар” теле­ви­зион конкурсында еңеүсе, КВН командаһында уй­нау­сы...
Әле Әҙилә Башҡорт дәүләт аграр университетының ба­калавриатын ҡыҙыл дип­ломға тамамлап, магис­тра­турала белем ала. Һөнәре буйынса – ландшафт архи­текторы. Уҡыуҙан тыш «Юность» халыҡ вокаль ан­самблендә йырлай, рес­пуб­ликала ғына түгел, ха­лыҡ-ара ижади конкурс­тарҙа, фестивалдәрҙә лә еңеп то­ралар.
Ҡыҙ буш ваҡытында тәм­ле итеп ризыҡ әҙерләргә, сәйәхәт итергә ярата. Килә­сәген иһә йыр сәнғәте менән бәйле итеп күрә.

Л. РАИЛОВА.

Читайте нас