– Мин яңы йүнәлештәр үҙләштерергә яратам, – ти ҡыҙ. – Нимәнелер үҙ аллы башҡара белеүем сәм, дәрт өҫтәй. Мәҫәлән, әле гитарала уйнарға өйрәнәм, социаль селтәрҙәге сәхифәмде дөрөҫ алып барыу ысулдарын үҙләштерәм.
Зара бәләкәйҙән тыуған еребеҙҙең иҫтәлекле урындары менән ҡыҙыҡһына – сәйәхәт итергә ярата. Шуға ла киләсәктә үҙен туризм буйынса менеджер итеп күрә. Ҡыҙҙың мөһим сифаттары булған дисциплина, маҡсатҡа табан атлау һәм яңы асыштар яһауға ынтылыу был хыялын тормошҡа ашырыуҙа, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.
Л. МӘҮЛИТОВА.