Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
12 Февраль , 05:55

Карина ГӘРӘЕВА

Каринаға – 24 йәш. Өфө дәүләт нефть техник универ­ситетын тамамлаған. Әлеге көн­дә бухгалтер булып эшләп йөрөй.


Яратҡан шөғөлдәре күп ҡыҙ­ҙың. Мәҫәлән, буш ваҡы­тында китап уҡыуға өҫтөнлөк бирә. Ә шулай ҙа иң кү­ңе­ленә ятҡаны – сәйәхәт итеү.
– Мәктәптә класс ме­нән йыш ҡына тау­ҙарға күтәрелә, йыл­­ғалар буйлап ағып төшә тор­ғайныҡ. Шул ва­ҡыттан алып үҙем өсөн яңы донъя астым. Рес­публикабыҙҙың төр­лө ерен­дә булырға шул тиклем яратам! Тәби­ғәт менән генә түгел, төрлө халыҡ, уларҙың мәҙәниәте менән та­нышырға була. Көн­дән-көн яңы офоҡ­тар яулау миңә ҡәнә­ғәтлек бирә, – ти Карина.

Л. МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас