Ҙур һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләнеүсе Алһыу – Өфө ҡыҙы. Ул мәктәп йылдарынан уҡ үҙенең тырыш, маҡсатлы булыуы менән айырылып торҙо. Баш ҡалалағы 108-се мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәште, айырыуса математика, тарих, инглиз теле, физкультура дәрестәрен көтөп ала ине. Былтыр Алһыу мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.
Ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө – бейеү. “Башмачок” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә тиҫтә йыл солист булараҡ сығыш яһаны. Күмәкләп төрлө сәхнәне яуланылар, күп ерҙе күрҙеләр. Ул йылы хәтирәләр күңелемдә мәңге һаҡланыр, ти Алһыу.
Әле лә бейеүен дауам итә. Ул хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, юрист һөнәрен үҙләштерә. Бар ергә лә өлгөрә ҡыҙ – ата-әсәһенең ғорурлығы ул!
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.