Бишенсе класҡа тиклем үҙҙәренең ауыл мәктәбендә белем алған, шул уҡ ваҡытта район үҙәге Малаяҙҙағы сәнғәт мәктәбендә «Хореография» һәм «Фортепиано» бүлектәрендә уҡыған.
Музыкаль һәләтен үҫтереү маҡсатында Даринаны ата-әсәһе баш ҡалалағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға уҡырға бирә. Бында ла һынатмай ҡыҙ: фортепиано менән шөғөлләнеүен дауам итә, хорҙа йырлай.
Әйткәндәй, тағы бер яратҡан шөғөлө – барабанда уйнау. Гимназияла махсус ансамблдә лә уйнай.
Әле Дарина – студент. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Өфө педагогия колледжында музыка буйынса белемен арттыра. Уны тамамлағас, хореографик белем алып, киләсәктә үҙенең бейеү студияһын асмаҡсы. Маҡсатлы ҡыҙға уңыштар юлдаш булһын!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.