– Миңә 17 йәш. Федоровка районының Юлдаш ауылында тыуып үҫтем. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһын тамамланым. Әле Өфө дәүләт нефть техник университетының «Бизнес экосистемалары һәм креатив индустриялар институты» факультетында I курста белем алам. «Экологик һәм климатик хәүефһеҙлек» йүнәлешен аналитик фекерләүҙе һәм креативлыҡты үҫтереү теләгем булғанға һайланым.
Бала саҡтан үк ижад менән ҡыҙыҡһынам. Бигерәк тә бәйләм бәйләү оҡшай. Волейбол менән даими шөғөлләнәм, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашам.
Яҡын киләсәктә төп маҡсатым – уҡыу программаһын уңышлы үҙләштереү, университеттың фәнни, ижади һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыу, шулай уҡ бизнес һәм креатив индустриялар өлкәһендә һәләтемде үҫтереү.
Л. МӘҮЛИТОВА әҙерләне.