– Мин Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуғанмын. Урта мәктәпте уңышлы ғына тамамлап, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға индем. Әлеге ваҡытта III курста белем алам.
Яратҡан шөғөлдәремә килгәндә, бешеренергә яратам. Бәләкәйҙән өс малай араһында үҫкәнгә күрә, өй эштәрен башҡарыу минең өҫтә булды. Шуға ризыҡты тәмле итеп әҙерләргә лә әүәҫләндем.
Хыялым – уҡыуымды медицина өлкәһендә дауам итеп, косметолог һөнәрен алырға һәм үҙ эшемде асырға.