Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
16 Декабрь 2025, 05:55

Әлиә ФАЗЫЛОВА

Белорет районының Абҙаҡ ауылы ҡыҙы – Николай Пирогов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты студенты.


– Ике маҡсатым бар. Мин үҙемде физик яҡтан сыныҡтырырға, шул уҡ ваҡытта аҡыл кимәлен үҫтерергә тырышам. Университетта ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та медицина донъяһын өйрәнәм, киләсәктә кешеләргә ярҙам итеү тураһында хыялланам. Уҡыуҙан буш ваҡытта китап уҡыйым, спорт менән шөғөлләнәм, – ти ул.
Әлиә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара ассоциацияһында ла 
активист икән.
– Мәскәү ритмында йәшәгәндә, башҡорт көй-моңо, танһыҡ тауыштар, өйҙәге тынлыҡ етмәй китә. Ярай әле “BashStudents” ассоциацияһы бар. Мегаполис йөрәгендә урынлашҡан Башҡортостан утрауы, тип атар инем мин уны. Һәр сара һәм осрашыу бик йылы үтә. Тыуған илде һағыныуҙан дауа ул.
Әлиәгә конкурста уңыштар теләйбеҙ!

Л. МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас