Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
27 Ноябрь 2025, 06:00

Гүзәлиә ӘЛИБӘКОВА

Өфөләге Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының I курсында белем алыусы һылыуҡай юрист һөнәрен үҙләштерә. 


Гүзәлиә – дәрте ташып торған, тиктормаҫ, сағыу ҡыҙ. Һәр саҡ яңы нәмә өйрәнергә ынтыла. Төрлө конкурста ҡатнаша, сәхнәлә сығыш яһарға ярата. Буш ваҡытында йөҙөү менән шөғөлләнә – физик форманы, сәләмәтлекте ҡайғыртып торорға 
кәрәк, ти ул. 
Ҡыҙ дөрөҫлөк, ғәҙеллек ярата. Дуҫтары, туғандарына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Уға ышаналар, уны хөрмәт итәләр. Һылыуҡайға конкурста уңыш юлдаш булһын!

Л. РАИЛОВА.

Читайте нас