Данилина – “Һомай-Урал аръяғы” студияһы моделе. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә үткән күп матурлыҡ конкурстарында еңеүсе тажын кейеп өлгөргән был ҡыҙ, “Рәсәйҙең милли матурлығы” фестивале амбассадоры.
Һәләтле ҡыҙ халыҡ бейеүҙәре, вокал, спорт менән шөғөлләнә. Дизайн менән етди ҡыҙыҡһына, уның этно стилендә тегелгән “Рух” атамалы кейем коллекцияһы бар.
Данилина киләсәктә үҙен модельер һәм педагог итеп күрә.
Л. МӘҮЛИТОВА.