Гөлназ – уҡыу алдынғыһы. Фәнни эш, проект яҙып, республика кимәлендә призлы урындар яулағаны бар. Сит телдәр менән ҡыҙыҡһына, айырыуса инглиз телен теләп өйрәнә. Сәйәхәт итергә ярата. Ғаилә, яҡындары менән Төркиәлә, Мысырҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ҡаҙағстан һәм башҡа ерҙә булғандар.
Һылыу ҡыҙ киләсәктә үҙ юлын табып, барлыҡ хыялын тормошҡа ашырһын, тип теләйбеҙ.
Л. МӘҮЛИТОВА.