Әҙилә – күп балалы өлгөлө ғаиләнән, Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Һомғол буйлы, итәғәтле, аҡыллы ҡыҙ бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ, бала саҡтан сәхнә түренән төшмәй.
Сәнғәт өлкәһендә генә түгел, уҡыуҙа ла һынатмай ул: мәктәпте тик “бишле” билдәләренә тамамлаған, бөтә сарала ҡатнашҡан. Әле Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып йөрөй. Әйткәндәй, күптәр Әҙиләне “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы аша беләлер әле: 3 йәшенән тапшырыуҙарҙа ҡатнашты.
Тырыш ҡыҙ йәйге каникулын быйыл да бушҡа үткәрмәне, кәрәк-ярағына аҡса эшләне. Артабан да уңыштар теләйем һиңә!
Зәлиә ШАҺЫБАЛОВА.